

Йорт янында йәки баҡсаңда үҫтерелгән үҙ продукцияңды һатыуға, йәғни республикала урам сауҙаһы өсөн 3767 урын ойошторолған.
- Бөгөн беҙҙә халыҡ уңайлылығы өсөн 300 майҙансыҡ прилавкалар менән йыһазландырылған, унда продукцияңды һалырға һәм ел-ямғырҙан, ҡояштан ышыҡланырға мөмкин. Майҙансыҡтар үҙ баҡсаһында үҫтергән йәшелсә-емеште һатыу өсөн граждандарға бушлай бирелә, - тине Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.
Республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре даими рәүештә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың, үҙ дачаларында үҫтерелгән йәшелсә-емеште һатҡан баҡсасыларға тейешле шарттар тыуҙырырға тигән ҡарарын үтәү мониторингы үткәрә.
Мәҫәлән, 9 августа ведомство белгестәре БЮТ телеканалы менән берлектә Әй һәм Ухтомский урамдарындағы сауҙа урындарын ҡараны.
- Беҙгә, пенсионерҙарға, 50-нән ашыу ташламалы урын булдырылды. Барыһын да һатабыҙ, был беҙҙең өсөн ҙур ярҙам, - тине Ухтомский урамындағы баҙарҙа сауҙа иткән Тамара Васильева.
Тикшереү барышында бер нисә һорау ҙа килеп тыуҙы, был һатыу урындарының коммерция предприятиелары тарафынан биләнеүенә ҡағылышлы ине.
- Пенсионерҙарға теймәҫкә тигән күрһәтмәһе өсөн Радий Фәрит улына рәхмәт. Был беренсенән, пенсияға өҫтәмә, икенсенән, ҡала халҡын продукция менән тәьмин итәбеҙ. Былтыр беҙгә сауҙа итеүҙе тыйҙылар, ҡыуа торғайнылар, - тине Илфир Хәбибрахманов.
Шуны билдәләргә кәрәк, Өфөлә урам сауҙаһы өсөн 568 урынға иҫәпләнгән 34 майҙансыҡ йыһазландырылған.
Урамда һатыу итеү өсөн бүленгән участкалар тураһында мәғлүмәт менән муниципаль район һәм ҡала округтары хакимиәттәренең рәсми сайтында танышырға мөмкин.