Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
11 Август 2022, 20:00

Гөлгөнә Байегетованан сейә ҡайнатмаһы рецебы

Баймаҡ районынан тәмле бәлеш, сәк-сәктәр бешереү оҫтаһы Гөлгөнә Байегетова был юлы бик үҙенсәлекле сейә ҡайнатмаһы әҙерләү рецебы менән уртаҡлаша

Гөлгөнә Байегетованан сейә ҡайнатмаһы рецебы
Гөлгөнә Байегетованан сейә ҡайнатмаһы рецебы

Быйыл баҡсаларҙа сейә уңды: күп хужабикәләр унан компоттар яһап өлгөрһә, икенселәре туңдырғысҡа һала. Ә бына Гөлгөнә Байегетова сейәнән бик тәмле ҡайнатма эшләү рецебы менән видеяҙма аша таныштыра. 

- 1 1 стакан сейәгә ярты стакан һыу ҡойоп ҡайнатып сығарҙым, оҙаҡ ҡайнатманым, 7 стакан шәкәр ҡомо өҫтәнем, болғап ебәреп ҡайнап сыҡҡас тағы ла 10 минут ҡайнаттым, артабан тағы ла 7 стакан шәкәр ҡомо өҫтәнем дә ағас ҡалаҡ менән шәкәр ҡомо эреп бөткәнсе болғап торҙом, шәкәр ҡомо эреп бөтөп ҡайнап сыҡҡайны ғына утты һүндерҙем, шуның менән ҡайнатма әҙер. Барлығы 11 стакан сейәгә 14 стакан шәкәр ҡомо китә инде. Әҙер ҡайнатманы эҫе көйөнә банкаларға һалырға мөмкин, әммә ҡайнатма һыуынып бөткәнсе ҡапҡасты япмай, шул көйө һыуынғанса ҡуйып торорға. Кәстрүлдә лә һыуынғанса ҡалдырып аҙаҡ банкаларға һалырға мөмкин, ти ул.

Ә һеҙ сейәнән ҡайнатманы (варенье) нисек эшләйһегеҙ? Әйҙәгеҙ, үҙ серҙәрегеҙ менән уртаҡлашығыҙ әле.

Фото һәм видеояҙма: Гөлгөнә Байегетова.

Гөлгөнә Байегетованан сейә ҡайнатмаһы рецебы
Гөлгөнә Байегетованан сейә ҡайнатмаһы рецебы
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: