

Ниндәй ҡатын-ҡыҙ сәскә яратмаһын?! Уларҙың барыһы ла гөлләмәләрҙе иң ҙур бүләккә тиңләй. Ә бына йәйен ихатаһын шау сәскәгә күмеп, ҡышын тәҙрә төптәрендә балҡып ултырған гөлдәр үҫтергән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа арабыҙҙа күп. Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән Рәмилә Туғыҙбаеваның фатирында күҙҙең яуын алыр бүлмә гөлдәре үҫә.
Рәмилә Әхмәҙи ҡыҙы бәләкәйҙән сәскәләргә ғашиҡ. Гөлдәргә ҡарата һөйөүе уға әсәһе Шәрифә Мырҙабулат ҡыҙынан күскән. Ғаиләләге сәскәләй биш ҡыҙының барыһы ла гөлдәр үҫтереүгә маһир, матурлыҡты үҙ итә. Сибай ҡалаһында йәшәгән Әминә менән Гөлсирә, Яр Саллынан Ғәлимә, Баймаҡтан Рәмилә, шулай уҡ бик иртә мәрхүм булған апайҙары ла тәҙрә төптәрендә гөлдәр, баҡсаларында сәскәләр үҫтереүгә ҙур иғтибар бирә. Осрашҡанда ла һәр саҡ һүҙ сәскәләр тураһында, уларҙы нисек тәрбиәләү, кемдә ниндәй яңы гөл барлыҡҡа килгән, сәскә атҡан тигән темаларға ҡайтып ҡала.
Бер бүлмәле фатирҙың балконы һәм тәҙрә яны, әйтерһең, үҙе бер аллы-гөллө утрауҙы хасил иткәндәй. Миләүшәләрҙең ниндәй генә төрө юҡ бында, барыһы ла шау сәскәгә күмелеп, күҙҙең нурын ала. Яран гөлдәре лә байтаҡ урын алған. “Электән әсәйемдең тәҙрә төбөндә ошо сәскәләр атып ултыра торғайны. Шуғалырмы, миңә лә ярангөлдәр нығыраҡ оҡшай. Еҫенән серәкәйҙәр ҙә ҡаса, сәскәләре кәйефемде күтәрә. Уны үҫентенән дә, орлоҡтан да үҫтерәм. Әле миндә 20-гә яҡын төрө бар. Яҡтылыҡ һәм бер аҙ күңел йылыңды һалғанда, шау сәскәләре менән ҡыуандыра. Фатирым бәләкәй булғас, мин уларҙы ҡышҡылыҡҡа ҡырҡып алып, февралдә яңынан һауыттарға ултыртам”, – ти хужабикә.
Геройымдың һәр көнө үҙе үҫтергән гөлдәр менән “һөйләшеү”ҙән, шағир яҙғанса, “һаумы, һаумы, гөлдәр” тип әйтеүҙән башлана. Уның коллекцияһында күптәр өсөн ят булған клеродендрум, йәки ожмах гөлө, кроссандра барыһын да хайран итә.
– Кроссандра – күптәр өсөн ят гөл, уның төрлө төҫтәре була. Ағы, һарыһы, алһыу, ҡыҙғылт һары төҫтәрен ағас формаһында үҫтерергә теләйем. Әле уның үҫентеләрен дә ултырттым, һораусылар бик күп. Миләүшәләрҙең тупрағын февраль айында алмаштырам, уларҙы матур итеп тәрбиәләгәндә йыл дауамында сәскәләре менән ҡыуандырып торалар. “Розалинда” глоксинияһын һуңғы йылдарҙа үҫтерә башланым. Бына быларҙы февраль айында орлоҡтан ултыртҡайным, әле түҙемһеҙләнеп ниндәй төҫтә сәскә атыр икән тип көтәм, – тип йылмая Рәмилә ханым. – Кампанула ҡыңғырау сәскәләр ғаиләһенә ҡарай. Халыҡ телендә уны “кәләш һәм кейәү” тип тә йөрөтәләр. Башҡа гөлдәргә ҡарағанда, бер аҙ нәзәкәтле, әммә күңел һалып тәрбиәләһәң, иҫ киткес сәскәләре менән ҡыуандыра. Был гөлгә күп һыу ҡойорға ла, ҡоро тоторға ла ярамай, сама менән генә эш итергә кәрәк.
Балкондағы төрлө төҫтәге яран гөлдәрен күргәс тә, күңелемдән генә бала саҡҡа ҡайтып әйләнгәндәй булдым, сөнки элек улар һәр йорттоң тәҙрәһендә тиерлек балҡып ултыра торғайны. Күптәр уны “өләсәйҙәр гөлө” тип тә йөрөтә.
Ҡулынан нур балҡытҡан нәзәкәтле ханымдың яран гөлдәре шау сәскәләргә күмелгән. Хужабикә уларҙың “зоналы” тигән сортына өҫтөнлөк бирә, сөнки сәскәләре ҡуйы, матур була. Уларҙы яңы ботаҡтан февраль айында ҡайтанан ултырта. Магазиндан һатып алынған тупраҡҡа урман тупрағы ҡатыштырып, бер аҙ ҡом өҫтәйем, ти ул. “Ул тын алырға тейеш. Ярангөлдәр йомшартҡанды ярата, уларҙы даими рәүештә банан, әфлисун ҡабыҡтары һалынған һыу менән туҡландырып торам. Быйыл тәжрибә маҡсатында орлоҡтан да үҫтереп ҡараным, бына сәскәләре бик матур булып сыҡты”, – ти ул.
Ҡарап тороуға, ярангөлдәр барыһы ла бер төрлө кеүек күренһә лә, уларҙың да бихисап сорттары бар икән. Бигерәк тә тюльпан кеүек сорты нығыраҡ оҡшаны.
Рәмилә Әхмәҙи ҡыҙы үҙ ҡулдары менән тыуҙырған “матурлыҡ утрауы”нда тик гөлдәр генә тәшкил итмәй, стенала уның сиккән картиналары урын алған, бәйләгән әйберҙәре йәйғор төҫтәрендә балҡып ята. Оҫта ҡуллы ханым яңы шөғөлгә – сумкалар эшләүгә тотонған.
Рәмилә ханым үҙенең яратҡан шөғөлдәренән, гөл үҫтереүҙән ләззәт һәм йәм таба, ял һәм күңел йыуанысы ла. Үҙенә кәңәш һорап яҙыусылар менән тәжрибә уртаҡлаша, йәшәгән подъезын да гөл-сәскәләргә күмгән, социаль селтәрҙә уларҙы үҫтереү серҙәре менән әленән-әле матур видеояҙмалары ла урын ала.
Хаҡлы ялда булһа ла, төп һөнәре – уҡытыусылыҡ эшен дә ташламай, балаларына ярҙам һорап килеүселәргә ҡулынан килгәнсә ярҙам күрһәтә, ҡыҙ һәм малайҙарға башланғыс класс программаһын үҙләштереүҙә булышлыҡ итә.
Әңгәмәсем гөлдәргә бәйле төрлө ҡыҙыҡлы хәлдәр менән уртаҡлашып өлгөрҙө, улар арҡаһында әллә күпме яҡын дуҫтар табыуын белдерҙе. Донъяның тик ҡояшлы яғында йәшәгән, матурлыҡ тыуҙырған Рәмилә Туғыҙбаева янынан беҙҙең дә күңелдәр күтәрелеп, донъяның ожмахтай булыуына инанып, ҡайтыр юлға сыҡтыҡ.
- Кәримә УСМАНОВА
Баймаҡ ҡалаһы