Баҡса
16 Август 2022, 09:00

Помидорҙар ҡыҙара башланы

Билдәле журналист Лилиә Нуретдинованан һыналған рецептар

Помидорҙар ҡыҙара башланыПомидорҙар ҡыҙара башланы
Помидорҙар ҡыҙара башланы

Баҡсала помидор бешә башланы. Быйыл уңыш былтырғы кеүек мул түгел, сөнки үҫентеләрем ауырыны. Шулай ҙа, яратҡан сорттарым һынатмай. Йыл да ваҡ ҡына черри помидорҙар, һары помидор һәм “Бычье сердце”ға өҫтөнлөк бирәм. Помидорҙан яҡынса 70 – 90 банка соус ябам. Ҡышын шул ашалып бөтә.

Соустың бер нисә төрөн эшләйем. Тик килограмлап үлсәп түгел, оҫта хужабикәләр һымаҡ “күҙгә үлсәп” кенә.

Соус өсөн ныҡ бешкән помидорҙар кәрәк була. Уларҙы ит турағыс аша үткәрәм дә бер - ике сәғәт талғын утта ҡайнатам. Соус – ул үҙе бер ижад! Унда нимә теләйһең, шуны һалырға була. Базиликты күберәк өҫтәһәң, уның тәме сағыу була, бер ҡабаҡты ит турағыс аша үткәреп ебәрһәң, ҡуйыра. Йәшел алма ҡушып ебәрһәң, әскелтем тәм ала. Ә бына бер баш әсе борос һалһаң, магазиндан алған соусың ары торһон! Шуға был осраҡта импровизацияға урын бар! Һары помидорҙан мин ғәҙәттә һары соус ҡайнатам һәм уға һары слива ҡушам. Соус күләменең өстән бер өлөшө кәмеһә, ике – өс аш ҡалағы тоҙ, тәмләп борос, бер-ике аш ҡалағы һеркә һалып болғатам да, стерилләнгән банкаларға һалып ябам. Банкалар бер төн юрған аҫтында үткәргәс, баҙға төшөрәм.

Һәр хужабикәнең ышаныслы, һыналған рецептары була. Минең дә ҡышҡылыҡҡа тип йыл да эшләгән салаттарым бар.

Бер тигеҙ генә, матур помидорҙы белорустарҙан алған рецепт буйынса эшләйем. Өйҙәгеләр был помидорҙың хатта һыуын да эсеп ҡуя. Элек өс литрлы банкаларға эшләй инем, хәҙер бер литрлы банкаға күстем.

Стерилләнгән банка төбөнә тәмләткес үләндәр һалабыҙ ҙа, йыуылып, төбөн шырпы менән тишелгән помидорҙарҙы тултырабыҙ. Өс банкаға яҡынса 600 грамм һыу, бер аш ҡалағы тоҙ, ике аш ҡалағы шәкәр, 1/3 бал ҡалағы лимон кислотаһы кәрәк була.

Помидорҙар банкаға тултырылғас, өҫтөнә ҡайнар һыу һалып, ҡапҡас менән ябам да, ун – ун биш минутҡа ултыртып ҡуям. Ошо һыуҙы кәстрүлгә кире ҡойоп алып, тоҙ, шәкәр, лимон кислотаһы өҫтәп ҡайнатып сығарам да, кире банкаларға ҡойоп, ябып та ҡуям. Был помидорҙар ҡунаҡ килгәндә һәйбәт ҡотҡара һәм бер ваҡытта ла атылмай, тәме лә телеңде йоторлоҡ була.

Ә бына ҡыярҙы мин маринадлай белмәйем. Уңышлы ғына рецептын белһәгеҙ, уртаҡлашығыҙ әле! Ҡыярҙы мин бер литрлы банкаларға тоҙлайым. Был рецепты мәрйә күршебеҙ баба Настя утыҙ йыл самаһы элек өйрәткәйне. Һаман шуны ҡулланам. Тәү сиратта өс литр һыуҙы ҡайнатырға ҡуям. Бер литрға өс аш ҡалағы тоҙ һалам. Ул ҡайнап сыҡҡансы ҡыярҙы әҙерләйбеҙ. Стерилләнгән банка төбөнә тоҙлар өсөн ҡулланған тәмләткестәрҙе һалабыҙ ҙа, йыуылған, башы һәм ҡойроғо киҫелгән ҡыярҙы тыңҡыслап тултырабыҙ. Иң мөһиме – ҡыярҙың өҫтөнә бер керән япрағы һалырға! Шунан теге һыуынған тоҙло һыуҙы ҡойоп, шунда уҡ баҙға төшөрөргә кәрәк.

Рецептар оҡшаһа, лайыҡ ҡуйырға онотмағыҙ!

Помидорҙар ҡыҙара башланы
Помидорҙар ҡыҙара башланы
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас