Ҡайҙа нисектер, ә бына Ейәнсура районында быйыл муйыл уңған. Шулай булмаһа, Башҡорт Самаҙыһы ауылында йәшәгән Рәшиҙә Ҡарабаева әллә күпме муйыл йыйып, киптерә башлар инеме.
-Хоҙай биргән ризыҡты йыйырға кәрәк. Миңә еләк-емеш йыйыу ныҡ оҡшай. Хәрәкәтләнһәм йәнгә, тәнгә рәхәт. Тик ултырып быуын ҡатып китә. Бына, йыйған муйылымды йәйәм, көн оҙоно болғатам, киптерәм, ямғыр булһа, йыйып алам. Шулай хәрәкәттә көн уҙа ла китә, – ти Рәшиҙә Әхмәтдин ҡыҙы.
Әйткәндәй, халҡыбыҙ муйылдың ҡайырыһын, сәскәһен, емештәрен дауа итеп файҙаланған. Ҡайырыһы тән тиреһенә сыҡҡан төрлө сабыртмаларға ҡаршы ҡулланыла, теш һыҙлауын баҫа. Төнәтелгән япраҡтарын быуындарға ябып, һыҙланыуҙан ҡотолорға мөмкин. Йөрәк, ашҡаҙан, үт юлы ауырыуҙарынан да муйыл ҡайырыһы, япраҡтары, сәскәләре файҙалы.
Емештәрен киптереп, боронғо таш тирмән, йәки хәҙерге ҡәһүә онтағыс менән он рәүешенә килтереп, төрлө ризыҡтар, ҡамыр эштәре әҙерләгәндә ҡулланалар. Емештәрен йыйып алыу менән ит турағыстан үткәреп, шәкәр менән бутап ултырһаң да яҡшы һаҡлана. Муйылдың сәскәһе лә, емеше лә эс китеүҙән файҙалы. Тик сама белеп ҡулланырға кәрәк.
Һеҙҙең яҡта быйыл муйыл уңдымы? Йыя башланығыҙмы һәм уны нисек файҙаланаһығыҙ? Әйҙәгеҙ, фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашығыҙ әле.
Фото: "Бәйләнештә".