Баҡса
17 Август 2022, 04:00

Ташҡабаҡтан ҡоймаҡ ҡояйыҡ

Еңел һәм тиҙ әҙерләнгән ҡабымлыҡ

Ташҡабаҡтан ҡоймаҡ ҡояйыҡТашҡабаҡтан ҡоймаҡ ҡояйыҡ
Ташҡабаҡтан ҡоймаҡ ҡояйыҡ

Баҡсаның иң ҡыуандырған мәле. Уңышты йыйып, эшкәртеп өлгөр генә! Ташҡабаҡтар ҙа көн һайын тыпырлашып үҫеп тора.

Ташҡабаҡ иң еңел йәшелсә һанала һәм табиптар ошо мәлдә уны күберәк ашап ҡалырға кәңәш итә.

Улар өлгөрөү менән ҡоймаҡ ҡоя башлайым: уртаса ҙурлыҡтағы ҡабаҡты ҡырғыс аша үткәреп ике-өс йомортҡа, самалап тоҙ, бер стакан он һалып болғатабыҙ ҙа ҡоймаҡ кеүек ҡыҙҙырып алабыҙ. Кәйеф шәп булһа, сыр, тәмләткес үләндәр, туралған колбаса лә өҫтәргә була.

 

Автор фотоһы.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас