Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
17 Август 2022, 13:00

Ҡышҡылыҡҡа лечо

Бының өсөн биш килограмм татлы борос, дүрт килограмм помидор, бер стакан шәкәр, ике аш ҡалағы өйөп тоҙ, бер стакан үҫемлек майы, ике аш ҡалағы 9 процентлы һеркә кәрәк.

Ҡышҡылыҡҡа лечо
Ҡышҡылыҡҡа лечо

Әҙерләү:

Помидорҙы ваҡлап турайбыҙ ҙа, ҡайнатабыҙ. Боросто һалам формаһында киҫәбеҙ. Томат соусына шәкәр, тоҙ, май һалып ҡайнатабыҙ ҙа боросто ҡушып һәйбәтләп бутайбыҙ. 15-20 минут болғап ҡайнатабыҙ. Шунан һеркә өҫтәп стирелләнгән банкаларға һалабыҙ. Ярты литрлы 10 банка сыға.

 

Ашығыҙ тәмле булһын!

 

Фото: mircooking.ru

Автор:Рисаля Юмагулова
Читайте нас: