

Ҡыярҙың остарын киҫәбеҙ. Ҙур ҡыярҙары - дүрткә, бәләкәйҙәрен уртағы ҡырҡабыҙ. Һарымһаҡты ваҡлап, һеркәнән башҡа ингриедиенттарҙы ҡушып талғын ғына утҡа ҡуябыҙ. Ярты сәғәттән ҡыярҙар томат соусында йөҙәсәк. Томатты тәмләп ҡарайбыҙ. Ул әсе булырға тейеш. Тағы ла 15 минут быҡтырабыҙ ҙе һеркә өҫтәйбеҙ. Бөтәһе 45 минут быҡтырырға кәрәк. Кәстрүлдең ҡапҡасын ябып 15 минут үткәс стирелләнгән банкаларға һалып 25-30 минут тирәһе тағы ла стирелләйбеҙ. Банкаларҙы ябып, һыуығансы баш түбән әйләндерәбеҙ.
Ашығыҙ тәмлебулһын!
Фото: vosadu-li-vogorode.ru