

Данира апай — Шишмә-Борай ауылы ҡыҙы. Күп балалы ғаиләлә үҫә. Мәктәпте тамамлағас, Өфө сауҙа колледжына уҡырға инә. Һөнәри белем алғандан һуң оҙаҡ йылдар һатыусы булып эшләй. Әле ул хаҡлы ялда.
Сәскәләр донъяһы менән Данира инәй бала сағында уҡ мауығып китә. Уның баҡсаһында петуния, пеларгония, флокс, астра, лилиә һәм башҡа төрлө сәскәләр бар. Сәскәләр араһына гипстан эшләнгән һындар ҡуйылған .
«Тормош иптәшем менән һәр ваҡыт бергәбеҙ. Мин һорағандың барыһы ла эшләнә. Сәскәләр менән мәшғүл булһам, Валерий ағайың баҡсалағы емеш ағастары менән мауыға, - ти хужабикә.
Уңған йорт хужабикәһе, мөхәббәтле тормош иптәше булыу менән бер рәттән, ике ҡыҙының ҡәҙерле әсәһе лә, дүрт ейәне өсөн һөйөклө өләсәй.
Затлы сәскәләр был йортҡа килеүселәргә лә, үтеп китеүселәргә лә матурлыҡ өләшә. Ә Данира апайҙың үҙ сере бар: ул һәр ваҡыт яҡтылыҡҡа ынтыла, сәскәләр иһә ҡояшҡа тартыла.
Сулпан Ғөбәева,
Борай районы.
Автор фотоһы.