Баҡса
19 Август 2022, 11:32

Бар донъяға матурлыҡ өләшә

Авдонда иң матур биләмәләрҙең береһе был.

Автор фотолары.Автор фотолары.
Фото:Автор фотолары.

Өфө районының Авдон ауылында йәшәгән Зөлфиә менән Вәкиф Ғиләжетдиновтарҙың йорто эргәһенән тиҙ генә үтеп китермен тимә. Хатта ҡабаланған мәлдә лә туҡтап, сәскәләрҙең төрлөлөгөнә һоҡланып, күҙ йүгертеп алаһың. Авдондың  иң матур баҡсаларының береһе – уларҙа.

Ожмах мөйөшө булдырған хужалар матурлыҡты ауылдаштарына ла ихлас өләшә. Зөлфиә ханымдың ҡарашы киң:

– Ихата алдын төрлө сәскәләр менән биҙәү үҙебеҙ өсөн генә түгел, бар ауылдаштар, ҡунаҡтар өсөн дә. Кеше бер аҙға ғына булһа ла донъя мәшәҡәтенән арынып, күңеле йомшарып, матурлыҡ ме­нән һуғарылһын өсөн дә ошондай сәскәлек булдырҙыҡ, – ти ул.

Ихатаны биҙәгән раузалар бынан егерме биш йыл самаһы элек, йорт һалынып сыҡҡас, Үзбәк-­с­тандан килеп “ҡунаҡлай”. Әлегә тиклем хужаларҙы ҡыуандырып, ҡышҡа тиклем сәскәгә күмелеп ултыралар.

Зөлфиә ханым – Күгәрсен райо­нының Икенсе Дәүләтҡол ауылынан. Баҡсасылыҡ серен бала саҡтан әсәһе Мәрхәбә апайҙан һеңдереп үҫә.

– Сейә, алмағастарҙы әсәйем яҙын ҡырауҙан һаҡлағаны әлегеләй иҫтә. Ағас араһына тиреҫ һалып әҙерләп ҡуя ине. Ҙур япмалар гел әҙер торҙо. Ҡырау төшөр булһа, ағастарҙы шуларға төрөндөрөп ултыртабыҙ. Таң менән әсәй тиреҫкә ут төртөп, төтөн сығарып, ҡырауҙан һаҡлап ҡала ине.

Ҡыяр, редисты ла башҡаларға ҡарағанда иртәрәк ашай башлар инек. Бесәнгә ауылда бер ваҡытта дәррәү генә төшә торғайныҡ. Шул саҡта әсәйем күрше-тирәләрҙе төшкө ашҡа саҡырып, окрошка менән һыйлай... Әсәйемдең туған­дары Өфөлә йәшәне. Уларҙың баҡса йортона барғаныбыҙ ҙа – бала сағымдың сағыу хәтирәһе. Баҡса еләгенең эрелегенә, тәмлелегенә һоҡланыуымды әле лә иҫләйем. Поезда ҡайттыҡ, шунда баҡса еләге үҫентеһе, ҡурай еләге алып ҡайтып ултырттыҡ. Ауылдаштарҙа ул ваҡытта баҡса еләге юҡ ине. Тәүгеләрҙән булып беҙҙә үҫте, – тип хәтирәләре менән уртаҡлаша Зөлфиә апай.

Вәкиф ағай иһә Киров өлкәһе Вятская Поляна районының Урта Өшөн ауылында тыуып үҫкән. Йәштәр 1979 йылда Златоуст ҡалаһында танышып, сәстәрен сәскә бәйләй. Ул ваҡытта Авдон ауылы саҡ төҙөлә башлаған ваҡыт, йәш ғаилә ошонда эшкә килә.

– Авдон беҙгә ныҡ оҡшай. Бында заманында республиканың ғына түгел, бөтә илдән килгән йәш белгестәр гөрләтеп тормош ҡорҙо. Йәшәргә, эшләргә тип тырышҡан кешеләр йыйылды. Бөгөн беҙ – дуҫ һәм татыу ауылдаштар. Бала­ларҙы бергә үҫтерҙек, күптәр йорт һалып сыҡты. Авдондың үҫеп, йылдан-йыл матурайғанына һоҡлана­быҙ, – ти хужалар.

Зөлфиә менән Вәкиф Ғиләжет­диновтар өс бала тәрбиәләгән. Илнур, Айнур һәм Эльвина барыһы ла үҙ ғаиләләрен ҡороп, ата-әсәләренең күркәм миҫалында донъя көтә, балалар үҫтерә. Ғилә­жетдиновтарҙың биш ейән-ейәнсәре бар.

Баҡса – уларҙың уртаҡ мауығыуы. Ирле-ҡатынлы икеһе лә яңы сорт үҫентеләр, ҡыҙыҡлы алымдар менән танышып, үҙҙәре лә һынап ҡарай. Вәкиф ағай сәскәләргә нығытмалар, уңайлы һауыттар ҙа эшләп ҡуя. Хатта быуа менән фонтан да баҡсаға йәм өҫтәп, эҫе көндәрҙә һалҡын бүләк итеп тора.

Ихаталағы таштар күҙҙең яуын ала. Баҡһаң, ағайҙың тағы бер мауығыуы икән ул – барған еренән таш алып ҡайта! Фонтан тирәһе, ихаталағы юлдар – барыһы ла уның көсө менән һалынып, ҡул йылыһын һаҡлай.

“Һеҙҙең баҡсала нисә төр сәскә бар икән?” – тип ҡыҙыҡһынам Зөлфиә ханымдан.

– Теүәл генә әйтә алмайым. Иң яратҡан гөлдәрем – петуния. Уларҙың тәүгеләрен февралдә үк сәсәм. Иң беренсе булып атҡан гөлдәр шул. Заманса гибрид­тарҙың ниндәйе генә юҡ! Күҙҙәр ҡамашыр. Улар иртә яҙҙан сәскә ата башлай ҙа ҡара көҙгә тиклем ҡыуандыра. Күп йыллыҡ сәскәләр­ҙе лә яратам, улар менән мәшәҡәт аҙыраҡ, – тип баҡса серҙәре менән уртаҡлаша уңған баҡсасы.

Бына шундай һоҡланғыс ғаилә йәшәй Авдонда. Сәскәләргә төрөнөп, башҡаларға ла гүзәллек һәм яҡшы кәйеф өләшеп, күңел йылыһын йәлләмәйҙәр.

 

- Лилиә НУРЕТДИНОВА

Читайте нас