Баҡса
19 Август 2022, 11:33

Гортензияны нисек тәрбиәләргә?

– Гортензия сәскәләре бик ныҡ оҡшай, шуға өс ҡыуаҡ алып ултырттым, сәскәләре күҙҙең яуын алырлыҡ булһын өсөн нисек тәрбиәләргә икән?

Лилиә.

 

Был күп йыллыҡ ҡыуаҡ йәй буйына шау сәскәлә ултырһын өсөн уны дөрөҫ итеп туҡландырырға кәрәк. Әлбиттә, эш яҙҙан уҡ башлана.

Март айында гортензия тирә­һенә 25-30 грамм азофоска гранулы һибеп сығығыҙ. Ҡар өҫтөнә һипһәгеҙ ҙә була.

Япраҡтар сыҡҡас, әммә сәс­кәләре күренгәнсе тағы бер туҡландырығыҙ. Биш литр һыуға бер миллиграмм эпин һәм 10 грамм мочевина ҡушып бол­ғатығыҙ. Шуны иртәнсәк йәки кискеһен ҡыуаҡҡа һиптерегеҙ.

Сәскәгә йомарланған ваҡытта өсөнсө тапҡыр туҡландырырға кәрәк. Биш литр һыуҙа өс грамм көкөртлө калий (сернокислый калий), биш грамм магний сульфаты, һигеҙ грамм көкөртлө аммоний (сернокислый аммоний) ҡушып болғағыҙ һәм һипте­регеҙ. Бер нисә аҙнанан һуң ҡыуаҡҡа алһыу төҫтәге шыйыҡ марганцовка иретмәһе һибегеҙ.

Сәскә атҡанда 10 литр һыуға 30 грамм суперфосфат, 20 грамм аммиак селитраһы һәм 30 грамм көкөртлө калий ҡушып бутаған шыйыҡсаны һибе­геҙ. Август уртаһынан бындай ашлама индерергә ярамай.

Һуңғы туҡландырыуҙы вегетация тамамланғандан һуң үткәрәбеҙ. 10 литр һыуға 20 грамм көкөртлө калий һәм суперфосфат йәки 25-30 грамм монокалий фосфаты ҡушабыҙ һәм ҡыуаҡҡа һибәбеҙ, унан һуң төбөнә тупраҡ өйәбеҙ.

Читайте нас