

Ҡырмыҫҡалы районының Үтәгән ауылы әллә ни ҙур булмаһа ла, билдәле шәхестәр төйәге. Был ауылдан яҙыусы һәм әҙәбиәт белгесе, филология фәндәре докторы Роберт Байымов, Башҡортостандың халыҡ артисы, яҙыусы, юмористик хикәйәләр авторы Әхәт Хөсәйенов, әҙәбиәт белгесе, яҙыусы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ғайса Хөсәйенов сыҡҡан. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында тәүге Социалистик Хеҙмәт геройы Банат Батырова ла ошо ауылға кейәүгә сығып, колхозда эшләй. 2024 йылда герой-ҡатындың тыуыуына 120 йыл тула.
Ауылдың урынлашҡан урыны – Ағиҙел буйы. Ауыл хужалығы тармағы өсөн бик ҡулай. Колхоз көслө булған заманда бында өс баҡса – йәшелсә, емеш-еләк, ҡарбуз-ҡауын баҡсалары гөрләп торған. Тәүҙә “Иҙел”, шунан “Урал” исемен йөрөткән колхозда балыҡсылыҡ артеле лә булған. Ете ауылды берләштергән колхоздың етештереү ҡеүәте тураһында әле легендалар йөрөй. Һарыҡ фермаһы, ҡаҙ-тауыҡ үрсетеү бригадаһы уңышлы эшләгән. Йыш ҡына пароходтар туҡтаған. Колхоз емеш-еләген, ҡауын-ҡарбуздарын параходтарға тейәп ебәрер булған. “Беҙ бала-саға ҡыҙыҡ күреп гел шул тирәлә уралдыҡ. Ҡарбуздарҙы күтәрерлек түгел ине, палубаға тәгәрәтеп индерә инек”, - тип хәтирәләре менән уртаҡлаша ауылдың имам-хатибы Сәғит Сөләймәнов.
145 йорт һаналған ауыл бөгөн дә гөрләп йәшәй. 2016 йылда мәсет төҙөлгән. Бөйөк Ватан һуғышында башын һалған, еңеү менән ҡайтҡан ата-бабаларына яңы һәйкәл һалынған. Мәктәп гөрләп эшләй. Әлеге мәлдә яңы фельдшер-акушер пункты төҙөлә. Ауыл әүҙемселәренең күңелен ҡырған бер нәмә генә бар: мәҙәниәт усағы һүнгән. Киләсәктә Үтәгәндәрҙең йыйылыр, күңел асыр урыны ла булыр тип өмөтләнәйек.
Һәр ауылдың үҙе артынан әйҙәп тороусы әүҙем кешеләре була. Үтәгән ауылында ла ундайҙар бар. Мәҫәлән Дилара менән Биктимер Ҡоҙайғоловтарҙың оҙаҡ йылдар сит тарафтарҙа йәшәп, Дилара апайҙың тыуған нигеҙенә килеп төпләнеүе ауылға яңы һулыш өрә. Яңыраҡ Дилара Ҡоҙайғолованы ауыл старостаһы итеп һайлайҙар. Римма менән Хатмулла Бикташевтар – барыһына ла өлгө күрһәтеп, тынғы белмәй эшләгән ғаиләләрҙең береһе. Хаҡлы ялдағы уҡытыусылар Гөлгөнә Батталова, Рәүилә Байымова, Менәүәрә Батырова-Ишҡарина ла ауылдаштарының һәр башланғысын күтәреп алырға әҙер. Зөлфиә һәм Фәнүз Сөләймәновтар, Зинира һәм Әсләм Хөсәйеновтар, Зөлфиә һәм Тәлғәт Байназаровтар, Зифа һәм Салауат Нафиковтар байрамды ойоштороу эшен башлаған.
Ошо әүҙем кешеләр Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың “Һәр ауылдың үҙ фестивале булырға тейеш” тигән һүҙҙәрен девиз итеп ала ла, әҙерлек эштәре башлап ебәрә. Үтәгән ауылында ҡарбуз, ҡауындар, ҡабаҡтар ишелеп уңа. Шуға “ҠабаҡФест” үткәрергә булалар. Башланғысты ауыл советынан да, район хакимиәтенән дә хуплап ҡабул итәләр. Байрам 10 сентябрҙә үтәсәк. Мәсет янындағы майҙансыҡта ҡабаҡтан бешерелгән аҙыҡ, тәм-том менән һыйлаясаҡтар, иң ҙур ҡабаҡ үҫтереүселәр билдәләнәсәк.
Ҡабаҡтан 400-гә яҡын аш-һыу әҙерләргә була. Ә һеҙ ниндәй рецепты яратып ҡулланаһығыҙ?
Фотлар үтәгәндәрҙең шәхси архивынан алынды.