Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
23 Август 2022, 18:56

Ерҙе тәртипкә килтерегеҙ

Ҡышҡа әҙерләнеү фарыз.

golosros.ru
Фото:golosros.ru
  1. Кипкән сәскәләрҙе киҫеп алығыҙ. Ҡышҡы гөлләмәләрҙе әҙерләй башларға ваҡыт. Яуым-төшөмһөҙ көндә ҡороған сәскәләрҙе киҫеп алығыҙ һәм сәскәһен аҫҡа ҡаратып, ҡараңғы, яҡшы елләтелгән урынға ныҡлы кипкәнсә элеп ҡуйығыҙ.
  2. Үҫемлектәрҙең орлоғон йыйығыҙ. Ваҡытты ла, аҡсаны ла бушҡа сарыфламайым тиһәгеҙ, пәйғәмбәр тырнағы, настурция, ҡәнәфер һәм башҡа бер йыллыҡ сәскәләрҙең орлоғон һәр кем үҙе әҙерләй ала. Йыйылған орлоҡтоң сифатлыһын айырып алып киптерегеҙ ҙә теге йәки был сәскәнең исеме яҙылған тоҡсайҙарға һалып ҡуйығыҙ.
  3. Сәскәләрҙе ашлағыҙ. Клематисҡа августа калий сульфаты (10 литр һыуға 25-30 грамм) һибәләр, ә сентябргә яҡын һәр ҡыуаҡ төбөнә яртышар аш ҡалағы суперфосфат менән калий һибәләр. Бор кислотаһы клематистың күпләп сәскә атыуына булышлыҡ итә. Бының өсөн ике грамм бор кислотаһын башта бер стакан эҫе һыуға һалырға, унан һуң был ҡатнашмаға тағы ла 10 литр һыу ҡушырға. Гладиолустар һәм георгиндар ҙа фосфорлы-калийлы ашламаларға мохтаж. Иретмәне түбәндәгесә әҙерләйҙәр: 15 грамм суперфосфат һәм 30 грамм калий сульфатын 10 литр һыуға һалып бутайҙар. Сәскәләрҙең төбөн тупраҡ менән ныҡлы күмеү уларҙы көҙгө һалҡындан һаҡлай.
  4. Күп йыллыҡ сәскәләрҙе бүлеү менән шөғөлләнегеҙ. Флокс, йондоҙ сәскә, дельфиниум, лилиә, ләлә, ынйы һәм кәкүк емеше кеүек сәскәләр иғтибарға мохтаж. Бүлгәндән һуң иң яҡшы, зарарланмаған үҫентеләрҙең тамырын марганцовканың еңелсә иретмәһендә дезинфекциялағыҙ. Баҡсағыҙҙа ирис сәскәһе үҫһә, августың тәүге яртыһында уларҙы айырырға кәңәш ителә.
  5. Һуғанбашлы һәм ике йыллыҡ сәскәләр ултыртығыҙ. Көҙ сәскә атҡан үҫемлектәрҙе ултырта башларға ваҡыт. Был осорҙа миләүшә, бесәй тырнағы, төрөк ҡәнәфере кеүек ике йыллыҡ үҫемлектәрҙе даими урынға ултырталар.
  6. Яңы газон сәсегеҙ. Августа йәм-йәшел сирәм үҫтерергә һуң түгел. Газон сәскәндә тупраҡты ашламаһағыҙ, өс-дүрт сантиметр бейеклектәге шытымдар барлыҡҡа килгәндә, һәр квадрат метрға 50 грамм мочевинанан, 30 грамм суперфосфаттан һәм 20 грамм калий сульфатынан торған ҡатнашма индерегеҙ һәм күпләп һыу һибегеҙ.
  7. Йылы яратҡан культураларҙы хәстәрләгеҙ. Рауза һәм канна кеүек үҫемлектәрҙе һалҡындарға ентекле әҙерләргә кәрәк. Шуға күрә августа раузаларға һыу һибеүҙе, ашлауҙы һәм үренделәрен киҫеүҙе туҡтаталар. Был айҙа канна сәскәһенең төбөн тамырҙарын тулыһынса ҡаплап, тупраҡ менән ныҡлы күмәләр.
  8. Рододендрондарҙы иғтибар менән ҡарап сығығыҙ. Августа уларҙың ауырыуҙарға дусар булыуы ихтимал. Әгәр был асыҡланһа, бөтә зарарланған япраҡтарҙы һаҡ ҡына киҫегеҙ. Япраҡтарҙа тимгелдәр йәки онло ысыҡ булһа, Ракурс, Топаз, Чистоцвет кеүек препараттар ҡулланыла. Үҫемлек фитофтороз, фузариоз йәки вертициллез менән сирләһә, бордо шыйыҡсаһы йәки шул уҡ Ракурс ҡулланыла.

Ҡоротҡостарҙан рододендронға үрмәксе ауы талпаны, акация ялған ҡуңыҙын йәки бураҙналы оҙонморон һөжүм итеүе ихтимал. Уларға ҡаршы көрәштә инсектицидтар – Актара, Алиот, Пиноцид ярҙам итә.

Рододендрондар өҫтәмә туҡландырыуға ла мохтаж. Был эште ай аҙағында башҡарыу яҡшы, айырыуса үҫемлектәрҙе күптән түгел генә ауырыуҙарға һәм ҡоротҡостарға ҡаршы эшкәрткән булһағыҙ. Культураны бер квадрат метрға 20 грамм көкөртлө калий һәм 20 грамм суперфосфат ҡатнашмаһы менән ашлағыҙ.

  1. Ерҙе тәртипкә килтерегеҙ. Был эш сәскә түтәлдәренә түгел, бөтә баҡса еренә ҡағыла. Августа башҡарылған эштәрҙән һуң ҡалған сүп-сарҙы, ҡойолған япраҡтарҙы тырматып йыйып алығыҙ. Көҙгә табан эш ҡоралдарын барлағыҙ, иҫкеләрен, ҡулланыуға яраҡһыҙҙарын ташлағыҙ.
  2. Бүлмә гөлдәренә иғтибар бүлегеҙ. Йәйҙең һуңғы айында бүлмә үҫемлектәрен киҫәләр, бүләләр, ҙурыраҡ һауыттарға күсереп ултырталар, һис юғында, көршәктәге тупраҡтың өҫкө ҡатын алмаштыралар. Тиҙҙән бүлмә гөлдәренең күбеһе йоҡоға тала, шуға күрә уларҙы борсорға ярамай. Һауа температураһын күҙәтегеҙ: ай аҙағына йылы яратҡан үҫемлектәрҙе веранданан йәки террасанан өйгә күсерә башларға кәрәк.

 Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА

Читайте нас: