Баҡса
23 Август 2022, 13:51

Мәшәҡәт артҡандан-арта

Тәжрибәле баҡсасылар миҙгел әйләнешен яттан белә.

Августа башҡа айҙарға ҡарағанда баҡсала эш артып китә. Иртә өлгөргән культураларҙы йыйып алырға, бушап ҡалған ерҙе эшкәртергә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта үҫеп ултырған йәшелсә, емеште лә хәстәрләү фарыз. Өҫтәүенә, йыйып алынған уңышты ҡышҡа һаҡларға әҙерләү мөһим. Нисек итеп бөтә эштәрҙе онотмаҫҡа?

Тәжрибәле баҡсасылар культураларҙың миҙгел әйләнешен яттан белә, ә был эш менән күптән түгел генә шөғөлләнә башлағандар оҫталығын әле камиллаштыра ғына. Әммә барлыҡ мәсьәләләрҙе күҙ уңында тотоу өсөн уларҙы яҙып барыу файҙалы булыр.

 

Августа теүәлләйһе мөһим эштәр

 

  1. Ағастарҙы киҫегеҙ. Июлдә ағастарҙы киҫергә ваҡытығыҙ етмәһә йәки һауа шарттары мөмкинлек бирмәһә, әлегә һуң түгел. Орлоҡло һәм төшлө үҫемлектәрҙән тамыр яны үҫентеһен, төп ботаҡта­рындағы һыу үренделәрен алығыҙ. Үтә ҡуйы ағастарҙың сатырын һирәкләгеҙ, вертикаль үренделәрен киҫегеҙ.
  2. Олондарҙың эргәһен тәртипкә килтерегеҙ. Июлдәге ҡойма ямғырҙарҙан һуң сүп үләндәре күпләп сыға, уларҙы утап, ағас тамырҙары тирәләй тупраҡты 15 сантиметрға тиклем тәрәнлектә йомшартырға кәрәк.
  3. Бөрөләрҙе ялғағыҙ. Ай башында орлоҡло емеш культуралары өсөн һәр ағасҡа бер прививка ла етә, ә төшлө культураларға бер юлы бер нисә прививка яһау яҡшы.
  4. Йөҙөм ҡыуаҡтарын һирәкләп киҫегеҙ. Айҙың икенсе-өсөнсө декадаһында сәләмәт виноград ботаҡтарының осон 6-8 йәш япрағы менән алып ташлайҙар. Ҡыуаҡтың бейеклегенә ҡарап, уны 20–40 сантиметрға ҡыҫҡарталар. Был эште эҫе көндә башҡарырға ярамай.
  5. Баҡса культураларын ауырыуҙарҙан һаҡлау. Ағастарға бәйләнгән тотҡос пояс­тарҙы даими тикшереп, ваҡыты-ваҡыты менән алмаштырып тороғоҙ. Төп һөлдә ботаҡтарының төбөнә күҙ һалығыҙ: тап шунда парһыҙ ебәк күбәләге йомортҡа һала. Даими тикшереп тороу һөҙөмтә­һендә ҡоротҡостан тиҙерәк ҡотолорһоғоҙ. Тосло емешле ағастарҙы ҡутырҙан һаҡлау сараһын күрегеҙ. Быны уңыш йыйыуға кәмендә 20 көн ҡалғас эшләргә кәрәк.
  6. Еләк ҡыуаҡтарын хәстәрләгеҙ. Крыжовниктың, ҡурай еләгенең һәм ҡарағаттың уңышын йыйып алғандан һуң, ҡыуаҡтарҙың төбөндәге тупраҡты йомшартығыҙ, көл йәки фосфор-калийлы ашламалар һибегеҙ. Емеш биреп бөткән, ҡартайған ҡурай еләге ҡыуағын төбөнән киҫеп ташлайҙар. Август ямғырлы булһа, үҫемлектәргә һыуҙы самалап һибегеҙ.
  7. Уңышты ваҡытында йыйығыҙ. Орлоҡло һәм төшлө емеш ағастарының күбеһе августа баҡсасыларҙы мул уңышы менән ҡыуандыра. Алма, груша, слива һәм алыча кеүек емештәрҙе бешкәс тә йыйыу мөһим. Уңыш мул булып, ағастың ботағы уның ауырлығынан бөгөлөп торһа, таяуҙар ҡуйырға кәңәш ителә.
  8. Ер еләген ултыртығыҙ. Был культура даими рәүештә күсереп ултыртыуға, йәшәртеп тороуға мохтаж. Уны ултыртыу йәки яңы урынға күсереү өсөн иң ҡулай ай – август: ваҡытында өлгөрһәгеҙ, ҡышҡа тиклем еләк үҫентеләре нығынып өлгөрә һәм киләһе йылда уҡ уңыш бирәсәк.
  9. Ағас, ҡыуаҡтарҙы ултыртыу өсөн соҡор әҙерләгеҙ. Көҙ ағас ултыртырға теләһәгеҙ, соҡорҙарҙы бер ай алдан, йәғни тап августа әҙерләү фарыз. Уларҙың һәр береһенең иңе һәм буйы яҡынса 70х70 см булырға тейеш. Ҡаҙылған соҡорға ашлама һәм тулыһынса янған тиреҫ һалалар.
  10. Ҡарағатты үрсетегеҙ. Август аҙағында ҡыҙыл һәм аҡ ҡарағатты ағасланған һабаҡса йәки яҙ башында уҡ тамырланырға ултыртылған үҫентеләр менән үрсетәләр. Йәй аҙағында йәки көҙ башында уларҙы даими урынға күсерәләр, даими һыу һибәләр.

 Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА

Читайте нас