Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
23 Август , 18:58

Йәнә ун бурыс

Ай аҙағы – ҡулай осор.

vo-sadu.ru
Фото:vo-sadu.ru
  1. Һуғанды ҡаҙып алығыҙ. Башлы һуғандың һабағы кибеп, тышы әрселеп торһа, тимәк, ул өлгөргән. Ҡаҙып алғанға тиклем ике аҙна самаһы ҡалғас, уға һыу һибеүҙе туҡтаталар. Һуғанды ҡоро ҡояшлы көндә сығаралар. Башта түтәлдә ҡалдырып киптерәләр, унан һуң яҡшы елләтелгән бинаға һалалар.
  2. Яҙғы һарымһаҡты йыйығыҙ. Был культураны япрағы тулыһынса һарғайғандан һуң 5-7 көн үткәс ҡаҙалар. Һарымһаҡтың башы ҙурыраҡ булһын тиһәгеҙ, япраҡтарын төйнәп бәйләйҙәр. Бындай ғәмәл һөҙөмтәһендә йәшел япраҡ һарғая, һарымһаҡ тиҙ өлгөрә.
  3. Тамыраҙыҡтарҙы һәм баҡса культураларын һирәкләтегеҙ. Кишер менән сөгөлдөр үтә тығыҙ ултыртылһа, ваҡ үҫентеләрен йолҡоп ташлағыҙ, ҡалғандарына иркенләп үҫеү өсөн күберәк урын тәьмин итегеҙ. Шулай уҡ ҡарбуз менән ҡауындың да артыҡ емшәндәрен өҙһәгеҙ, ҡалған культуралар ҙурыраҡ һәм көслөрәк булыр. Бер үк ваҡытта инә сәскәләрҙе лә алып ташларға онотмағыҙ.
  4. Күп йыллыҡ йәшелсә төрҙәрен үрсетегеҙ. Күп яруслы йәки мысыр һуғанын, шнит һуғанды һәм эстрагонды айырығыҙ. Был культураларҙы ҡыш тәҙрә төбөндә лә уңышлы үҫтереп була. Күп йыллыҡ йәшелсәне үрсетеү өсөн ҡулай осор – август аҙағы.
  5. Йәшел культураларҙы ултыр­тығыҙ. Картуф һәм кәбеҫтәнең иртә өлгөрә торған сорттарынан бушаған урынға петрушка, сельдерей, укроп, фенхель, салат йәки шпинат сәсегеҙ. Тик йәшел культураларҙың бөтә сорттарының да ҡыҫҡа ваҡыт эсендә өлгөрөүе мөһим.
  6. Сидераттарға урын ҡалдырығыҙ. Баҡса ере эт ҡарағаты һымаҡ культураларҙан һуң ял итһен тиһәгеҙ, “йәшел ашламалар” – гәрсис, клевер, рапс, һоло, арыш, фацелия һәм бүтән сидерат сәсегеҙ. Бер аҙҙан уларҙы сабалар һәм тупраҡта ҡалдыралар. Был үләндәр органик ашламаларҙы алмаштыра.
  7. Помидорға ваҡыт бүлегеҙ. Августа помидорҙың артыҡ ботаҡтарын өҙөп ташларға, шулай уҡ фито­фтораға ҡаршы эшкәртергә кәрәк. Кәрәкмәгән үренделәрҙе августа һуңғы тапҡыр алалар. Әйткәндәй, артыҡ ботаҡтар менән бер рәттән помидорҙың һабаҡ остарын да киҫәләр.
  8. Йәшелсәне ашлағыҙ. Унан мул һәм сифатлы уңыш алыу өсөн органик ашламалар, минераль матдәләр индерәләр. Халыҡ ашлама сифатында көл менән кесерткәнде лә ҡуллана.
  9. Баклажанға һыу һибегеҙ. Баклажандың тәме әсе булмаһын тиһәгеҙ, уңышты йыйғанға тиклем, августа уға күпләп һыу һибергә (бер төпкә – кәмендә 3 л һыу) кәрәк.
  10. Уңышты ҡыш һаҡлауға әҙерләгеҙ. Август-сентябрь айҙарын­да эш әкренләп баҡсанан аш-һыу бүлмәһенә күсә. Көҙҙөң тәүге айында уңышты эшкәртеп, хәлдән таймайым тиһәгеҙ, был эште алдан уҡ башлағыҙ.

 Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА

Читайте нас в