Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
26 Август , 17:59

Алманы йыя белергә кәрәк

Алма йыйыуҙы ҡойолғандарынан башларға кәрәк, сөнки һәр ҡайһыһында ҡорт йәки ҡарышлауыҡ булыуы ихтимал. Улар тотош баҡсаға тарала, шуға күрә ергә төшкәндәрен йыйып, шунда уҡ күмегеҙ.

Емеште ағастың аҫҡы ботаҡтарынан өҙә башла­ғыҙ. Артабан урталағыла­рына, аҙаҡ өҫтәгеләренә үрелегеҙ. Ошолай эшләгән­дә, улар ергә аҙ ҡойолор. Тәлгәше менән алығыҙ, юҡһа, насар һаҡлана. Ағас ботағын аҫҡа эйелдереп әйләндерергә, алманы тартып алырға ярамай. Улай иткәндә, емешле һабағын һындырырһығыҙ һәм был урында тиҙ арала емеш күрмәҫһегеҙ.

Алманы иртәнсәк, көн ҡоро саҡта йыйырға тыры­шығыҙ. Был ҡағиҙә айырыу­са көҙгө һәм ҡышҡы сорт­тарҙы өҙөүгә ҡағыла. Ошолай иткәндә, яҡшыраҡ һаҡ­лана.

Эшкәртеү, ҡайҙалыр алып барыу йәки оҙаҡ һаҡлау талап ителгән йәйге сорттарҙы бешеп етер-етмәҫтән йыялар. Иртә өлгөрә торған сортлылары ике-өс көн эсендә ҡыҙара, шуға күрә уларҙы һайлап ҡына өҙөргә кәрәк. Ҡағиҙә булараҡ, ағастың көньяғын­дағы йәки өҫтәге емештәре тиҙерәк бешә. Һуң өлгөрә торғандарына тейергә ашыҡ­маҫҡа кәрәк, әммә ҡойола башлағанын көтөргә ярамай. Уңышты ни тиклем һуңыраҡ йыйһағыҙ, сифаты шул ҡәҙәр яҡшыраҡ булыр. Әммә ҡаты һыуыҡтарға тиклем ҡалдырмағыҙ, юҡһа оҙаҡ һаҡлап булмаясаҡ.

 

Читайте нас в