Баҡса
26 Августа 2022, 02:00

Һарымһаҡта баклажандар әҙерләйек

Ошолай эшләп ҡарағанығыҙ бармы?  

Добавить в предпочтительные источники Google
Һарымһаҡта баклажандар әҙерләйекҺарымһаҡта баклажандар әҙерләйек
Һарымһаҡта баклажандар әҙерләйек

Бының өсөн биш килограмм баклажан, ярты литр үҫемлек майы, 500 грамм тоҙ, 150 грамм һарымһаҡ алабыҙ.

Маринад өсөн:

биш литр һыу, 200 грамм 9 процентлы һеркә кәрәк.

Әҙерләү:

Тәүҙә баклажандарҙы киҫәбеҙ ҙә тоҙға болғап, бер сәғәткә ҡуябыҙ. Һуңынан уны һәйбәтләп йыуабыҙ. Ҡайнап торған маринадта 7-10 минут ҡайнатабыҙ ҙа һыуын түгәбеҙ.

Эҫе көйөнсә баклажандарға үҫемлек майы, ваҡланған һарымһаҡ ҡушабыҙ ҙа болғатып стерилләнгән банкаларға тултырабыҙ. Ҡапҡастарын ябып, йылы әйбер менән ябабыҙ.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: bee-master.ru

Автор:Рисаля Юмагулова