Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
26 Август , 15:00

Баҡсасылыҡ ширҡәттәренә юлдар төҙөкләндерелә

Йыл аҙағына тиклем республикала 77 баҡсаға илткән юл яңыртыласаҡ.

Баҡсасылыҡ ширҡәттәренә юлдар төҙөкләндерелә
Баҡсасылыҡ ширҡәттәренә юлдар төҙөкләндерелә

Тиҫтәләгән йылдар баҡсасылар ширҡәттәре үҙҙәренең тормошо менән йәшәне, яҡтылыҡ, газ, юлдар мәсьәләһен үҙҙәре хәл итә килде. Ошо йылдар дауамында халыҡтың власҡа дәғүәләре лә йыйылды.

Апрель айында үткән SMART-баҡсасы форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров баҡсасылар ширҡәттәренә илткән юлдарҙы һәм электр селтәрен төҙөкләндереү тураһында белдерҙе. Бының өсөн 100 миллион һум бүленде.

Күптән түгел Өфө эргәһендә урынлашҡан баҡсаларға юлдар төҙөкләндерелә башланы. Мәҫәлән, Иглин районында төҙөкләндерелгән юл бер юлы өс баҡсасылыҡ ширҡәтенә – “Липки”, “Калинки” һәм “УМПО-24”-кә алып бара. Ошо көндәрҙә бында ваҡ таш түшәү эштәре тамамланасаҡ. Дөйөм алғанда, бында 900-гә яҡын баҡса участкаһы урынлашҡан. Был юлды, кәрәк булған осраҡта, М-5 федераль трассаһынан урау юл итеп файҙаланырға мөмкин.

Йыл аҙағына тиклем республикала 77 баҡсаға тиклем юл яңыртыласаҡ. Төҙөкләндереүгә мохтаж өҫтөнлөклө объекттар исемлеген төҙөүсе комиссия булдырылды, уның составына муниципаль берәмектәр вәкилдәре, республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы һәм баҡсасылар союзы вәкилдәре индерелде.

Баҡсаларға илткән юлдар  оҙаҡ йылдар дауамында төҙөкләндерелмәгән, сөнки улар муниципаль юлдарға ҡарай. Ә урындағы властар үҙ ҡаҙнаһынан бындай сығымдар йүнәлтеүгә әҙер булмай сыға.

Баҡсасылыҡтарҙың һанын барлағандан һуң, әле төбәктә 877-гә тиклем баҡсаға юл һалыу кәрәклеге асыҡланған. Улар бер ҡайҙа ла иҫәптә тормай, тимәк, уның хужаһы ла юҡ. Баҡсасыларға иһә үҙ сиратында төҙөкләндереү программаһына эләгеү өсөн дөйөм йыйылыш үткәреп, юлды урындағы хакимиәт балансына ҡуйырға кәрәк.

Мәҫәлән, Дим һәм Октябрь райондарында туғыҙ баҡсасылыҡҡа алып барған юлдар төҙөкләндереләсәк. Зинин ауылынан ике саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан «Конструктор» баҡсасылығында тиҙ арала асфальт һалынасаҡ.

- Был хәбәрҙе ишетеү менән, тәүҙә ышанманыҡ. Юл техникаһы килеп, эштәр башланғас ҡына еңел һуланыҡ. Был ваҡиғаны беҙ күптән көттөк. Баҡсасылыҡ ҙур түгел, бары 50-гә яҡын йорт. Нигеҙҙә, хужаларҙың күбеһе хаҡлы ялдағылар, күптәре йыл әйләнәһенә йәшәй. Юлдар аяныслы хәлдә ине. Баҡсасылар 30 йыл дауамында үҙаллы һәм үҙ иҫәбенә юлды төҙөкләндерҙе. Автомобилдәр батҡаҡҡа батты, ҡар яуғанда “Ашығыс ярҙам” машинаһы үтә алмай тип хәүефләндек, — ти ошо баҡсаларҙа йәшәгән Вәсилә Әминева.

Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, эштең заказсылары булып муниципаль берәмектәр тора. Даими йәшәүселәр күп булған баҡсаларға юлдарҙы яңыртыу өҫтөнлөклө йүнәлеш булып тора.

- Ғөмүмән, тәүҙә юлдарҙағы соҡор-саҡырҙы ямау тураһында ғына һүҙ барҙы. Асфальт һалыу бик ҡыйбатҡа төшә. Әммә комиссия ағзаларының урындарға сығып ҡарағандан һуң, ҡайһы бер райондарҙа тулыһынса яңы юл һалыу тураһында ҡарар сығарылды, — ти министрлыҡ белгесе Лилиә Хәбибова.

- Әлеге ваҡытта Иглин һәм Өфө райондарында яһалған юлдар — тәүге ҡарлуғастар. Әлбиттә, баҡсасылар өсөн бик ҡыуаныслы хәл. Юлдар ғына түгел, башҡа хәл ителмәгән мәсьәләләр ҙә күтәрелер тигән өмөт бар. Быйыл тәүге ширҡәттәр республика ҡаҙнаһынан һиҙелерлек ярҙам алды. Күптәр дәүләт ярҙамының ысынлығына ышанды. Ҡайһы бер баҡса хужалары аҡса йыйып, сүп-сар контейнерҙары һатып алған. Кешеләр, вәғәҙә ителгәнсә, дәүләт уларға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплар тип көтә, — ти Рәсәй баҡсасылар союзының төбәк бүлексәһе рәйесе Ринат Миһранов.

Башҡортостан баҡсасыларына ярҙам юлдарҙы төҙөкләндерү менән генә тамамланманы. Баҡсасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр үҙе үҫтергән йәшелсә-емеште хәҙер ҡурҡмайынса һатырға сыға ала. Бының өсөн һәр район һәм ҡалала уңайлы шарттар булдырылды. Урам сауҙаһы өсөн дүрт меңдән ашыу урын әҙерләнгән.

Фото Иглин районы хакимиәтенән алынды.

Һүрәттә: Иглин районының “Шишмә” коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәтендә яңы юлдан тыш, мәктәп автобусы өсөн боролоу һәм туҡтау майҙансығы буласаҡ. Был бик мөһим – баҡсасылыҡ ширҡәтендә меңдән ашыу кеше йәшәй, шуларҙың 100-ө – уҡыусылар.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас в