

Уларҙы күптән беләм. Икеһе лә миңә белем бирҙе, аҙаҡ ҡулыма диплом алып, тыуған ауылыма эшкә ҡайтҡас, коллегаларым булды. Бөгөн улар хаҡлы ялда һәм күптән хыял итеп тә ҡулдары теймәй йөрөгән яратҡан шөғөлдәренә тотонған. Бар донъяларын сәскәгә күмеп, тәҙрә төптәрендә гөлдәр үҫтереп, түтәлдәрендә емеш-еләк, йәшелсә ултыртып, еләкле-сәскәле баҡсаларында мәж киләләр. Әйҙәгеҙ, үҙҙәре менән яҡындан танышайыҡ.
Рәхимә Кинйәбаева оҙаҡ йылдар Баймаҡ районының Күсей урта мәктәбе директорының тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары булып эшләне, ҡыҙҙарҙы тегеү, сигеү, аш-һыу әҙерләү серҙәренә өйрәтте. Сибай педагогия училищеһын тамамлағас, туған мәктәбенә эшкә ҡайтып, хеҙмәт кенәгәһендә бер яҙыу менән генә хаҡлы ялға сыҡҡан хөрмәтле уҡытыусыларҙың береһе ул. Тормош иптәше Юлай Кинйәбаев менән ике ул үҫтереп, бөгөн икеһенә лә кәләш алып биргән бәхетле өләсәй һәм ҡәйнә лә.
Электән үк уның баҡсаһында нимәләр генә үҫмәне: ҡыяры ла, помидоры ла, баҡса еләге лә, ҡарбуз-ҡабаҡтары ла тәгәрәп ята, ихата шау сәскәгә күмелә. Йылдың нисек килеүенә ҡарамаҫтан, барыһы ла уңа! Быйыл йәй, әлбиттә, уңыш былтырғыға ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ та, мулыраҡ та. Ни тиһәң дә, шифалы ямғырҙар нисәмә йыл дым күрмәгән ергә ярап ҡалды.
– Бер нисә йыл рәттән ҡоролоҡ булғас, йәшелсәне аҙыраҡ ултыртҡайным, йыл ямғырлы булды, – тип йылмая Рәхимә Мөжәүир ҡыҙы. – Ана, күрәһегеҙме, кишер-сөгөлдөр күптән өлгөргән, йыйып алырға әле иртәрәк. Ашҡабаҡ та уңды, ҡыярҙы әйтеп тораһы ла түгел, помидор һабаҡта бешә. Йыл уңышлы булды, имен-һау ашарға яҙһын!
Әңгәмәсемдең баҡсаһында шулай уҡ төрлө сортлы ағас еләге, ҡарағат, крыжовник, алманың бер нисә сорты үҫә. Рәхимә Мөжәүир ҡыҙы ауылда “урман ҡыҙы” булараҡ та киң танылған. Иртә яҙҙан ҡарағай бөрөһө йыйһынмы, төрлө шифалы үләндәр киптерһенме, йәй көндәрендә еләк тирһенме, урманға ҡарағатҡа барһынмы, көҙөн бәшмәк, балан, гөлйемешкә йөрөһөнмө – барыһына ла өлгөрә, уларҙы тиҙ арала эшкәртеп тә ҡуя, төрлө ҡайнатмалар әҙерләй, киптерә.
Клара Уйылданова иһә ғүмере буйы балаларға математиканан белем бирҙе. Тормош иптәше менән Магнитогорск педагогия институтын тамамлап Күсей урта мәктәбенә эшкә килеп, ауылда төпләнеп ҡалды. Ҡунаҡбай Шәриф улы – районда иң оҙаҡ эшләгән мәктәп директорҙарының береһе, әле лә етәкселек эшендә. Клара Инфат ҡыҙы хаҡлы ялда, ейән-ейәнсәрҙәренә ярҙамлашып, баҡса үҫтереп, ҡош-ҡорт ҡарап, үҙе әйтмешләй, “рәхәтләнеп ял итә”.
Әйткәндәй, Күсей ауылының күп ҡатын-ҡыҙҙары, өйҙәрендә гөл үҫтереп, баҡсаларында төрлө сәскәләр ултыртып, сәмләнеп йәшәй, шуға күрә улар бер-береһенә ҡунаҡҡа түгел, ә гөл үҫентеһе, сәскә орлоғо менән алмашыу өсөн йөрөй, тип тә шаярталар ауылда.
Бер яҡтан, сәмсел булһалар, икенсе яҡтан, ифрат уңған ауылдаштарым. Йорттары ла күркәм, үҙҙәре лә һәр саҡ етеш һәм мул тормошта йәшәй, донъялары бәрәкәтле, шау-сәскәле, еләкле! Бал ҡорто кеүек тырыш күсейҙәрҙең йәшәйеше башҡаса булыуы мөмкин дә түгел.
- Кәримә УСМАНОВА

