Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
26 Август , 17:59

Виноградты ултыртырға һуң түгел

Виноградты көҙ ҙә ултыртырға мөмкин (сентябрь аҙағында һәм октябрь башында), әммә ҡыуаҡты һатып алғанда, бик иғтибарлы булырға кәрәк.

Иң элек үҫентенең ҡышты үткәрергә әҙерлеге шарт, йәғни тамыры яҡшы үҫеш­кән булһын, юғиһә насар ҡышлауы ихтимал.

Көҙ ултыртҡанда ағасты күмгәнгә ҡәҙәр ҙә, аҙаҡтан да йылы һыу һибергә кәрәк. Шулай эшләгәндә үҫемлек ауырымай, ныҡлы ерегеп китә. Виноградтың яңы ултыртылғанын да башҡа ҡыуаҡтарҙы ҡаплаған һымаҡ ҡышҡа әҙерләйҙәр. Ябырҙан алда һабағын ҙур булмаған лутрасил киҫәге менән уратһаң, үҫешеп етмәгән ботағы ла етлегә һәм яҡшы ҡышлай.

Тәжрибәле баҡсасылар виноградты хатта ноябрҙә лә ултырта, әммә мотлаҡ 40-50 градуслы ҡайнар һыу һибә. Үткән йыл ебәргән һабағын тулыһынса тиерлек ерҙә, ә ботағын өҫкө яҡта ҡалдыралар. Киләһе яҙҙа май айы бөткәнсе тик йылы һыу һибергә кәрәк, сөнки уның тамыры йылы ярата.

Көҙ үҫентеләр бер аҙ арзаныраҡ. Дөрөҫ ултыртҡанда, һыу һипкәндә, өҫтөн тейешенсә япҡанда, бер ниндәй ауырлыҡ тыумаҫ. Ҡыш үҫенте тонсоҡмаһын өсөн һауа инерлек урын ҡалдырыу тураһында ла онотмаҫҡа кәрәк. Ҡар һыуы ағып төшһә, үҫемлектең сереүе ихтимал, шуға ҡаплағанда быны ла иҫәпкә алыу мөһим.

Читайте нас в