Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
28 Август 2022, 09:00

Рәхимә Мусинанан алма ҡағы рецебы

Әбйәлил районында йәшәгән блогер һәм журналист Рәхимә Мусина был юлы алманан бик тәмле ҡаҡ яһарға өйрәтә

Рәхимә Мусинанан алма ҡағы рецебы
Рәхимә Мусинанан алма ҡағы рецебы

Ашау өсөн йәшәмәйбеҙ, йәшәү өсөн ашайбыҙ тигән булабыҙ ҙа ул. Әммә йәй буйына ашау өсөн генә йәшәйем һымаҡ тойолоп китә. Сәсәһең, тәрбиәләйһең, йыяһың, аш итәһең... Йәйең шулай үтә лә китә. Етмәһә, быйыл ашау-эсеү өлкәһендә үҙемә яңы шөғөлдәр ҙә асып ебәрҙем. Үлән сәйе яһауым тураһында беләһегеҙ инде (ул эш әле лә дауам итә). Әле бына мәз килеп алманан ҡаҡ ҡоям. Еләк осоронда викторияны ла бер аҙ “ҡаҡлағайным”.


Ҡаҡты үҙ ғүмеремдә тәүгә яһап ҡараным. Элек әсәйем ҡойғанын ситтән күҙәтеп, мәшәҡәтле, бәрәкәтһеҙ эш кеүек күрҙем дә бер ҡасан да тотонғом килмәй ине. Компотҡа тураған алманы тәҙрә төбөнә йәйеп киптергәнемде күргән балаларым сушилка алырға кәңәш итте. Ул нимәгә ҡояш барҙа тип уйланым да үҙемсә эшләүемде дауам иттем. Ахры, бынан булмаҫ тигәндәрҙер инде, үҙҙәре алып ҡайтып бирҙеләр. Бына рәхәтләнәм хәҙер, ниңә быға тиклем белмәгәнем тип ҡуям. Сушилкала емеш-еләк йомшаҡ та, нәфис тә булып кибә, тәме лә, төҫө лә нығыраҡ һаҡлана. Ҡаҡ өсөн йәбешмәй торған махсус батмустары ла бар. 


Кәрәкһә, алма ҡағының рецебы: уртаһын, сирле урындарын ҡырҡып ташлап, ҡабығы менән бешерҙем. Төбөнә көйөп китмәһен өсөн әҙ генә һыу өҫтәнем. Бешкән алманы блендер менән яҡшылап иҙгәс, яҡынса 8 мм ҡалынлығында батмустарға ҡойоп сушилкаға оҙаттым. 70 градуста 4-5 сәғәттә әҙер була. Шәкәр ҡомо (бер кило алмаға 50 грамм тирәһе) ҡушһаң – тәмлерәк, ҡушмаһаң файҙалыраҡ килеп сыға. Бынау эҫелә тәҙрә төбөндә лә кибә.


Ашау өсөн йәшәп үтә йәй тигәйнем башта. Ну, улайтып кешегә әйтеүе оят бит инде. Шуға “Йәйҙең бер көнө ҡышты туйҙыра”, йәки “Йәйен ҡулың ҡыбырлаһа, ҡышын ауыҙың йыбырлар” тигән булып ҡупшылап тамамлайым да ҡуяйым инде.

Текст сығанағы һәм фото: Рәхимә Мусина.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: