Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
30 Август 2022, 14:45

Ҡарбуздарҙың төрлө сортын үҫтерә!

Онар Вәликәев үҫтергән тәбиғи  ҡарбуздарҙа  бер ниндәй ҙә химик өҫтәмә юҡ. Ә ашламаларҙы баҡсасы үҙе етештереп ҡуллана

Ҡарбуздарҙың төрлө сортын үҫтерә!
Ҡарбуздарҙың төрлө сортын үҫтерә!

Башҡортостанда йәшәгән Онар Вәликәевтың үҙенсәлекле шөғөлө бар - ул үҙ участкаһында төрлө сортлы ҙур ҡарбуздар үҫтерә. Фермерҙың нисек бай уңыш алыуы хаҡында “Ижтимағи электрон гәзит”е хәбәр итә.

Онар ғаиләһе менән Ҡалтасы районының Калегин ауылында йәшәй. Арбуз менән 15 йыл буйына - 2007 йылдан башлап мауыға. Күңеле ниндәйҙер яңылыҡҡа ынтылып, ҡарбуздар үҫтереү менән шөғөлләнә башлай.

- Мин интернетта мәғлүмәт эҙләнем, үҫтереү технологияһы тураһында видеороликтар өйрәндем, ҡарбуздарҙың төрлө сорттары хаҡында белдем. Билдәле булыуынса, Башҡортостанда ҡарбуздар күпләп үҫтерелмәй, әммә мин алдыма  маҡсат ҡуйҙым һәм барыһы ла килеп сыҡты, - ти Онар.

Онар Вәликәев үҫтергән тәбиғи  ҡарбуздарҙа  бер ниндәй ҙә химик өҫтәмә юҡ. Ә ашламаларҙы баҡсасы үҙе етештереп ҡуллана.

- Яҙын мин кесерткәнде ике арба  йыйып, 200 литрлыҡ мискәгә һалам. Һыу ҡоям. Ваҡ ҡына ике биҙрә картуф киҫәм. Һуңынан мискәне плёнка менән ябырға һәм яҡынса 15-30 көнгә ҡалдырырға кәрәк. Ысын органик ашлама килеп сыға. Ашламаны айына бер тапҡыр индерәм, - ти баҡсаһы.

Ул үҫтереүгә өлгәшкән ҡарбуздарҙың сорттарын да күҙ алдына килтереү менән шунда уҡ хайран ҡалдыра.

- Минең участкала, мәҫәлән, «Емеля» сортындағы аҡ ҡарбуздар бар, улар  тәмле. «Баллы шар»ҙың тышы һары, ә эсе ҡәҙимге ҡарбуз кеүек ҡыҙыл. Быйыл «Рубин йөрәге» тип аталған яңы юғары уңыш биреүсе ҡарбуз ултырттым. Шулай уҡ быйыл тәүге тапҡыр «Диоранж» инглиз селекцияһының гибрид сортын, үҙенсәлекле ҡыҙғылт һары төҫтәге ҡарбуз орлоғон ултырттым. Минең «Кай» сортлы Голландия ҡарбузы ла бар - ул бик бик сыҙамлы, хатта төнгө температураны - 10-15 градусҡа тиклем йылылыҡты ла яҡшы күтәрә. Элек орлоҡтарҙы интернеттан ала инем, хәҙер үҙемдекеләрҙе эшләйем. Мәҫәлән, ике йыл элек «Емеля» аҡ ҡарбуз орлоғон интернетта һатып алғайным, хәҙер ҡарбуз орлоғон һайлайым да үрсетмә яһайым.

Онар  һәр нәмәгә системалы һәм ныҡлы уйлап тотона. Уның үҙ участкаһында ҡарбуз мини-плантацияһы хәстәрлек һәм иғтибар менән ҡоролған. Ҡарбуздар туп кеүек эре, татлы һәм ныҡ булып үҫә. Йәнә фермер үҙенең баҡсаһына тамсылап һыу һибеү системаһын индергән. 35 мең һумға аҡса туплағас кәрәкле ҡорамал һатып алдым, сөнки “мини-плантация”ға үҙаллы һыу ҡойоу ауыр булды, ти ул.

Онар Вәликәев 2-се төркөм инвалиды, һис кенә лә эшһеҙ ултырырға яратмай, уға әүҙем булыу оҡшай.

- Баҡсала һәр ваҡыт эш тулы – уларҙы тәрбиәләү өсөн күпме ваҡыт һәм көс кәрәк! Минең участкамда ҡарбуздар ғына түгел, ҡауындар, төрлө-төрлө йәшелсәләр - ҡыярҙар, помидорҙар, кәбеҫтәләр ҙә үҫә бит әле... Ял итергә ваҡыт юҡ, - ти ул.

Баҡсаларҙа уңыштың мул сағы. Әйткәндәй, һеҙҙең баҡсаларҙа ниндәй йәшелсәләр үҫә, уларҙы нисек тәрбиәләйһегеҙ? Шул хаҡта кәңәштәрегеҙ,үҙ тәжрибәләрегеҙ менән уртаҡлашып китһәгеҙ ине.

Ҡарбуздарҙың төрлө сортын үҫтерә!
Ҡарбуздарҙың төрлө сортын үҫтерә!
Ҡарбуздарҙың төрлө сортын үҫтерә!
Ҡарбуздарҙың төрлө сортын үҫтерә!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: