Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
6 Сентябрь 2022, 19:00

Ҡышҡа - “Йәй” салаты

Ашығыҙ тәмле булһын! Рецебы - яҙмала.

Ҡышҡа - “Йәй” салаты
Ҡышҡа - “Йәй” салаты

Бының өсөн яртышар килограмм кәбеҫтә, помидор, ҡыяр, болгар боросо, кишер, шулай уҡ 100-әр грамм үҫемлек майы, туғыҙ процентлы һеркә, дүрт балғалаҡ тоҙ, һигеҙ балғалаҡ шәкәр кәрәк.

Әҙерләү.

Йәшелсәләрҙе турайбыҙ, кишерҙе ҡырғыс аша үткәрәбеҙ, үҫемлек майы, тоҙ, шәкәр, һеркә ҡушып болғатабыҙ ҙа талғын утҡа ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, тағы ла ун минут ҡайнатырға кәрәк. Шунан стерилләнгән банкаларға тултырып, нығытып ябабыҙ.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: domstrousam.ru

 

Автор:Рисаля Юмагулова
Читайте нас: