Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
11 Сентябрь 2022, 13:00

Үтәгәндә Ҡабаҡ байрамы гөрләне

80 йәшлек Гәүһәрә Моталлапова әйтеүенсә, был йәшелсә хәтерҙе яҡшырта, йүтәлде еңеләйтә... Үтәгән уңғандары ҡабаҡты тағы нисек ҡуллана? 

Үтәгәндә Ҡабаҡ байрамы гөрләне
Үтәгәндә Ҡабаҡ байрамы гөрләне

Социалистик Хеҙмәт геройы, алдынғы сөгөлдөрсө Банат Батырованың яҡташтарының хәҙер үҙ бренды бар. Ҡырмыҫҡалы районының Үтәгән ауылында тәүге тапҡыр ойошторолған сара ауыл байрамы тип иғлан ителһә лә, тәүге йылдан уҡ республика байрамына әүерелде: Өфө, Салауат ҡалалары, Мәләүез районы һәм башҡа тарафтарҙан тап ошо байрамды күрер өсөн генә кешеләр килгән ине.

Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Илгиз Фәтҡуллин, Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров һәр өҫтәлдең янына килеп, ҡатнашыусыларҙы дәртләндереп, тәҡдим ителгән һыйҙан ауыҙ итте. Артабан да был байрамды үткәрергә кәрәклеген билдәләне.

Үтәгәндә элек-электән эшсән, тырыш халыҡ йәшәй. Ауыл хужалығы өлкәһенең үҫемлекселек тармағында уңыш ҡаҙанған Банат Батырованың яҡташтары бөгөн дә ең һыҙғанып, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә, йыл һайын мул уңыш үҫтерә.

Өҫтәлдәр ҡабаҡтан бешерелгән һый-ниғмәттән һығылып торҙо. 80 йәшлек Гәүһәрә Моталлапованың был йәшелсәне үҫтереү буйынса тәжрибәһе лә, белеме лә етерлек. Уның фекеренсә, йәшелсә хәтерҙе яҡшырта, йүтәлде еңеләйтә, быуындарға ла файҙалы. Гәүһәрә Моталлапова дарыу үләндәре йыя. 80 йәшен тултырған инәй бөгөн дә ҡош-ҡорт аҫрай, урман гиҙергә сығып китә. “Йәй буйы баҡсамда эшләйем, ҡышын бәйләм бәйләйем”, - ти ул.

Хужабикәләр байрамға ентекле әҙерләнгән: ҡабаҡтан һуттар, ҡайнатмалар әҙерләгән, эсен таҙартып тәмле бутҡалар бешергән. Хатта ҡабаҡтан мармелад, киптерелгән сәй эшләүселәр ҙә бар ине. Мәҫәлән, билдәле яҙыусы, ғалим Роберт Байымовтың ике туғандары Лариса менән Раил, Тәнзилә менән Риф Байымовтарҙың өҫтәлендә киптерелгән ҡабаҡты күреп күптәр шаҡ ҡатҡандыр. “Был ҡабаҡты сәйгә өҫтәп ебәрһәң дә, ашҡа ҡушһаң да шәп”, - ти улар. Сағыу сувенирҙар, уйынсыҡтар эшләү буйынса оҫталыҡта ла уларға етеүсе юҡ.

Ҡабаҡ – Үтәгән хужабикәләренең өҫтәлендәге төп ризыҡ тип әйтергә була. Фирғәүендәр тәғәмен, көҙ йәмен улар Бөйөк Ватан һуғышы йылдары осоронан күпләп үҫтерә башлай. Аш итеп ҡулланыу күпме ғаиләләрҙе аслыҡтан һаҡлап алып ҡала.

Файҙалы, туҡлыҡлы ризыҡҡа рәхмәт йөҙөнән ошо ауылда тыуып-үҫкән Айрат Искәндәров «Үтәгән ҡабаҡ фестивале-2022» проектын халыҡ уңғандарын берләштергән байрам булараҡ үткәреү тәҡдимен индергән. Сарала ул ҡабаҡтан аш-һыу әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе.

Был көндө ауылы урамдары гөрләп торҙо. Йәш-елкенсәк «Арғымаҡ» этно-рок төрөкөмө солисы Ринат Рамаҙанов моңдары менән бер тулҡында тирбәлде. Ауыл халҡын Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Фидан Ғафаров та махсус тәбрикләне, моңло йырҙарын бүләк итте. Йәшлек йылдары үткән ауыл уңғандарының мәҙәни проектына уңыш теләне.

- Үтәгәндәр бик матур, халыҡты берләштергән байрам уйлап тапҡан. Бөгөнгө сараны артабан киңәйтеп үткәрергә кәрәк, - ти Фидан Сафа улы.

Үтәгәндә ойошторолған муллыҡ һәм оҫталыҡ байрамында әүҙем ҡатнашыусыларға рәхмәт хаттары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Байрам түрен йәмләгән иң ҙур ҡабаҡтың ауырлығы 30 килограммдан ашыу тартты. Уны Үтәгән ауылының уңған хужалары Гөлгөнә менән Заһир Батталовтар үҫтергән. Һаулыҡҡа файҙалы ҡабаҡты киләһе уңышҡа тиклем һаҡлап ҡулланырға мөмкин.

- Ҡабаҡтың төрлө сорттарын сәсәбеҙ. Тәмлеләрен үҙебеҙгә ҡалдырабыҙ, ҡалғанын малға ашатабыҙ. Ҡабаҡ орлоғон йыйып, киптерәбеҙ ҙә ҡыш буйы ҡулланабыҙ. Дүрт балабыҙ бар, 12 ейән-ейәнсәребеҙ. Улар килгәндә ҡабаҡ бутҡаһы, бәлеше, манты һәм башҡа тәмле ризыҡтар менән һыйлайбыҙ, - ти уңған хужалар.

Бына шулай гөрләп үтте "ҠабаҡФест". Ҡабаҡтан йәмғеһе 400-ҙән ашыу аш әҙерләргә була. Фестивалдә шуның яртыһы өҫтәлдәрҙә булғандыр. Ауыл халҡын рухландырған, башҡаларға өлгө булған фестивалгә оҙон ғүмер теләйек.

Автор фотолары.

Үтәгәндә Ҡабаҡ байрамы гөрләне
Үтәгәндә Ҡабаҡ байрамы гөрләне
Үтәгәндә Ҡабаҡ байрамы гөрләне
Үтәгәндә Ҡабаҡ байрамы гөрләне
Үтәгәндә Ҡабаҡ байрамы гөрләне
Үтәгәндә Ҡабаҡ байрамы гөрләне
Үтәгәндә Ҡабаҡ байрамы гөрләне
Үтәгәндә Ҡабаҡ байрамы гөрләне
Үтәгәндә Ҡабаҡ байрамы гөрләне
Үтәгәндә Ҡабаҡ байрамы гөрләне
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: