Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
12 Сентябрь 2022, 10:00

Теплицаны ҡышҡылыҡҡа нисек әҙерләргә?

Теплицағыҙҙан көҙгө уңышты алып бөттөгөҙмө? Хәҙер уны ҡышҡылыҡҡа әҙерләргә ваҡыт етте.

Теплицаны ҡышҡылыҡҡа нисек әҙерләргә?
Теплицаны ҡышҡылыҡҡа нисек әҙерләргә?

Башта барлыҡ үҫентеләрҙе йолҡоп сығарып ташлағыҙ. Унан теплицаның тупрағын 7 сантиметр тирәһе һыҙырып сығарып түгергә кәрәк. Тупраҡ өҫтөндәге ҡоротҡостарҙың күбеһен ошолай юҡ итеп була. Һуңынан ерҙе яҡшылап ҡаҙып сығырға ла була. 

Теплицаның эске яғын кер һабыны ҡушылған йылымыс һыу менән йыуып алыу ҙа зарар итмәҫ. Әгәр үҫентеләр сирләгән булһа, шул ауырыуға ҡаршы препаратты ла һыуға ҡушығыҙ. Аҙаҡ таҙа һыу менән һөртөп алығыҙ. Поликарбонатты сатнатмаҫ йәки сыймаҫ өсөн йомшаҡ сепрәк ҡулланығыҙ. 

Теплицаның кипкәнен көтөп тә тормайынса ишектәрен, форточкаларын ябып, булған тишектәрен томалап, эсендә көкөрт шашкаһы (серная шашка) яндырығыҙ. Биш көндән һуң яҡшылап елләтергә була. Заралы бөжәктәрҙең үлеп бөтөүен теләһәгеҙ, шулай уҡ көҙгө һалҡындарҙа ишек, форточкаларын асып ҡуйырға була. Ошолай иткәндә поликарбонатҡа боҙ ҙа туңмаҫ, ҡышын ҡар ҙа ятмаҫ. 

Фото: sikretdomovogo.ru

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: