Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
15 Сентябрь 2022, 21:00

Алма үҙебеҙҙеке буласаҡ

Башҡортостанда 114 миллион һумлыҡ инвестиция проектының беренсе этабы тамамлана.

Алма үҙебеҙҙеке буласаҡ
Алма үҙебеҙҙеке буласаҡ

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Шишмә емеш-еләк питомнигында баҡсалар төҙөү буйынса күләмле инвестиция проектының беренсе этабы тамамлана. Уның хаҡы яҡынса 114 миллион һум тип баһалана.

2020 йылда хужалыҡ 80 гектарҙан ашыу майҙанда алма һәм башҡа емеш-еләк баҡсалары үҫтерә башлай, бөгөн бында тәүге уңыш йыя башлағандар ҙа инде.

— Шишмә емеш-еләк питомнигы өсөн инвесторҙар бөтәһе ике миллиард һум аҡса бүлергә ниәтләй, проект 2020 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың "Инвестиция сәғәте"ндә ҡаралып, өҫтөнлөклө йүнәлеш алды. Был бик ҡатмарлы эш. Әммә яңы технологиялар ҡулланып эшләгән ойошма тәүге уңыш алыуға өлгәште. Объект республикала артабан таратыу өсөн яҡшы өлгө булыр тип ышанабыҙ. Бының өсөн бөтә мөмкинлектәр бар, — тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

Башҡортостанда баҡсаларҙы үҙләштереү буйынса инвестиция проектын 2034 йылға тиклем дүрт этапта тормошҡа ашырыу көтөлә. Бөгөн тәүге уңышты интенсив технология ярҙамында үҫтерелгән алмағастарҙан ала башлағандар. Утыҙ гектар ерҙә алма ултыртылған, уның биш төрө үҫә лә инде. Баҡсаларҙың уңышы түбән булһа ла, иң юғары күрһәткескә бишенсе йылдан ғына иҫәп тоторға мөмкин. Бер-ике йылдан был баҡсаларҙың һәр гектарынан утыҙ тонна алма йыйылыр тип көтөлә.

Алмағастан тыш, еләк, ҡара ҡарағат, ҡара миләш үҫтереләсәк. Питомниктың продукцияһы Башҡортостандың социаль учреждениеларына, төбәк туҡланыу предприятиеларына оҙатыласаҡ.

Башҡортостандың агросәнәғәт комплексында өҫтөнлөклө инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыусы инвесторҙар мөлкәт һалымына һәм килем һалымы буйынса ташламаларға, ҡорамалдар һатып алыуға, инженер инфраструктураһын булдырыуға киткән сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға иҫәп тота ала.

Фото Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: