Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
16 Сентябрь 2022, 21:05

Серетмә әҙерләү серҙәре

Күптәр баҡсаһында компост соҡоро яһай. Тик бөтәһе лә дөрөҫ эшләйме икән уны? Түбәндәге кәңәштәргә иғтибар итегеҙ.

Компост соҡорона ырғытылған органик ҡалдыҡтар сереп, үҫемлектәр яратҡан гумус барлыҡҡа килә. Серетмә яһау өсөн кислород менән термофиль микроорганизмдарҙың үтеп инеүе кәрәк, улар сүп өйөмөн ҡыҙҙыра.

Соҡорға сүп үләндәрен һалыуҙың зарары юҡ, сөнки 60 градусҡа тиклем йылынғанлыҡтан, зарарлы бөжәктәрҙең ҡарышлауыҡтары, ҡурсаҡтары, гельминттарҙың йомортҡалары, ауырыу тыуҙырғыс микроорганизмдар һәләк була. Компослау юлы менән саф ашлама алына. Бик оҙайлы ғәмәл ул, сүп үләндәре менән ашнаҡ ҡалдыҡтарын өйөп һалып ҡуйһаң, өлгөрөп еткәнсе йылдар үтә, сереү бара. Әммә уны махсус бактериялар тиҙләтә ала. 

Миңә 2001 йылда заманы өсөн яңы препаратты һынауҙа ҡатнашырға насип булды. Артабан уға “Компостин” тигән атама бирҙеләр. Һынау барышында беҙ компост өйөмдәре яһаныҡ. Бөтәһе бер иш 10 өйөм яһалды: һынау өйөмөнөң һәр ҡатламына “Компостин” биоиретмәһе һиптерелде, ә контроль өйөмдәр препаратһыҙ өйөлдө. Һөҙөмтәлә өс айҙан һынау өйөмдәренән ҡиммәтле органик ашлама – компост алдыҡ. “Компостин” уның өлгөрөүен тиҙләтте, бактериялар бик яҡшы эшләне – компост камил ине, сүп үләндәре орлоҡтары ла, ҡоротҡос ҡурсаҡтары ла  ҡалмағайны. Контроль өйөмдәрҙә ферментлашыу өсөн күп ваҡыт кәрәк булды, һәм ашлама киләһе йәй аҙағына ғына өлгөрҙө. 

Хәҙер мин серетмәне тик “Компостин” менән эш­лә­йем. Компост өйөүҙең серҙәре лә бар. Уны кү­ләгәлә яһарға кәрәк. Бейеклеге 1,2–1,5 метр булһын. Тәүҙә 30–40 сантиметр тәрәнлектәге ҙур булмаған соҡор ҡаҙалар, төбөнә ҡыҫҡа киҫәктәргә сапҡылап, ҡыуаҡ ботаҡтарынан дренаж ҡатламы һалалар.

Һауа үтерлек ярыҡтар ҡалдырып, йәшник эшләһәң, бигерәк яҡшы. Бер стенаһын алынмалы иткәндә компосты болғатырға уңайлы була.

Дренаж өҫтөнә бер аҙ былтырғы компост ҡатламы, йә тиреҫ, йә “Бионекс” һалып ҡалдырырға кәрәк. Ботаҡтарҙы һәм ҡалдыҡтарҙы яҡынса 10-ар сантиметр ҡатламдар итеп өйөү яҡшы. Өйөмдө ҡара агротекс менән ябып ҡуйыу отошло: һыу һәм һауа үт­кәрә, даими температураны һәм дымды (65-70%) тота.

Һәр ҡатламға “Компостин” һиптерәм, бының өсөн 50 миллилитр препаратты 10 литр һыуҙа иретәм, был күләм 50 килограмм ҡалдыҡҡа һибергә етә.

Өйөмгә бесәй үләне, аҡ сәскә (ромашка), бәпембә, меңъяпраҡ һалып ҡалдырыу файҙалы. Компост сос­тавында йәшел үлән күләме дөйөм күләмдең өстән бер өлөшөнән артмаһын. Үләнде ҡояшта ятҡырып, кипшендереп алыу дөрөҫ булыр. 

Көндәр эҫе саҡта өйөмгә һыу һибәләр. Һыуҙы иртән һибергә кәрәк, көн оҙоно өйөм йылына һәм әүҙем серей. Бынан тыш, айына бер тапҡыр бөтә өйөмгә һибеү зарур (10 литр һыуға 20 миллилитр препарат).

Миҙгел эсендә компосты һауа менән туйындырыу өсөн бер нисә тапҡыр болғатырға кәңәш ителә.

- Елена ЧИСТЯКОВА

Читайте нас: