Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
17 Сентябрь 2022, 20:00

Иртә торған - уңған!

Стәрлебаштан хаҡлы ялдағы Иҫәнбәтовтар Ишембай, Салауат ҡалалары халҡын мул уңышы менән ҡыуандыра.

Иртә торған - уңған!
Иртә торған - уңған!

Көн болотлап, ямғырлап торһа ла, Ишембайҙа йәрминкәлә һатыусылар байтаҡ йыйылды. Сауҙа майҙанына башҡа райондарҙан да килгәйнеләр.

Стәрлебаштан хаҡлы ялдағы Әлфиә һәм Әҙғәт Иҫәнбәтовтар йәрминкәгә тип таңғы 5-се яртынан уҡ юлға сыҡҡан. Иртә торған - уңған тигәндәй, уларҙың сауҙаһы ла ырамлы башланып китте.

"75 сутый еребеҙ бар, шунда тәбиғи ашламалар менән генә ашлап, йәшелсә–емеш үҫтерәбеҙ. Быйыл уңышты айырыуса мул алдыҡ. Айырым бәрәңгеләрҙең хатта 830 грамға еткәндәре булды. Үҙебеҙҙән артҡан бәрәңге, кишер, һуған, һарымһаҡ, слива – барыһын да килтерҙек. Һигеҙ кәзә аҫрайбыҙ, уларҙың һөтөн алыусылар ҙа бар. Үҙебеҙ йыйып киптергән үлән сәйен дә алып килдек. Халыҡ матур ала, ихтыяж ҙур. Бындай йәрминкәләр - үҙебеҙҙән артҡанын һатып файҙа эшләү өсөн  ҙур мөмкинлек", - тип һөйләне Иҫәнбәтовтар.

Уңған ғаиләнең өйрәк, ҡаҙҙары ла өлгөрөп килә. Тиҙҙән улар ҙа йәрминкәләрҙә күренер. Иҫәнбәтовтар, Ишембайҙан тыш, Салауат ҡалаһына ла үҙҙәре етештергән аҙыҡ-түлек менән бара.

Автор фотоһы.

Иртә торған - уңған!
Иртә торған - уңған!
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: