Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
19 Сентябрь 2022, 22:00

Ҡабағы - 165 килограмм!

Күмертау фермеры киләһе йылда ниндәй рекорд ҡуймаҡсы?

Ҡабағы - 165 килограмм!
Ҡабағы - 165 килограмм!

Быйыл күп баҡсасыларҙың ҡабаҡтары ҡояштай балҡып, ныҡ уңған. Әле унда, әле тегендә Ҡабаҡ байрамдары үтә, йәрминкәләр гөрләй. Ә бына Күмертау ҡалаһынан фермер Артур Дашкиндың ҡабағы барыһыныҡын да уҙып киткән: 165 килограмм тарта! Фермер киләһе йыл тағы ла ҡабаҡ ултыртып, уны 400 килограмға еткереү теләге менән яна. 

"Фермер булараҡ, йыл һайын ниндәйҙер тәжрибә үткәреү яғындамын. Былтыр картуфты һаламда сәсеп ҡараным, әммә уңманы. Быйыл иһә ҡабаҡ үҫтереп ҡарарға булдым. Уңыш ҙур булһын өсөн тик берәүһен генә ҡалдырып, башҡаларын өҙөп сыҡтым, шулай уҡ сәскәләрен дә даими йолҡоп барҙым. Ҡабаҡ йылы ярата, уға һәр саҡ йылы һыу һибеп, тәбиғи ашламалар менән туҡландырып торҙом. Көл бигерәк тә файҙалы. Күрәһегеҙ, тәжрибәм килеп сыҡты: ҡабағым 165 килограмм тарта", - ти фермер.

Егәрле хужаның помидорҙары ла ҡыҙырап бешкән, тәлгәш-тәлгәш виноградтары ла күҙҙең яуын ала. Афарин! 

Ә һеҙҙең яҡта Артур кеүек уңған баҡсасылар бармы?

Фото: "Арис" телеканалы.

Ҡабағы - 165 килограмм!
Ҡабағы - 165 килограмм!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: