Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
24 Сентябрь 2022, 13:00

Георгиндарҙы алырға ваҡыт

Баҡсала һуңғы эштәр бара: картуф алынып, йәшелсәләр йыйылып баҙға һалына, күп йыллыҡ сәскәләр ҡаҙып алына. Уларҙы нисек дөрөҫ һаҡларға?

Георгиндарҙы алырға ваҡыт
Георгиндарҙы алырға ваҡыт

Күптәрҙәң баҡсаларында мең төҫтәрҙә балҡып, күҙҙең яуын алыр георгин сәскәләре һыуыҡҡа тиҙ бирешә. Тәүге ҡырауҙа уҡ уның сәскәләре шиңә. Шуға уны йыйып алыуҙың да үҙ сере бар.

Ҡырау һуҡҡас, төбөнән 10-15 см ҡалдырып киҫәһегеҙ. 2-3 көндән ҡаҙып алаһығыҙ. Тик һауа торошон ҡарағыҙ башта. Шул көндәр эсендә тағын ҡырауҙар көтөлһә, ерҙә ҡалдырмағыҙ.

Аяҙ көндө ҡаҙырға. Иртән алып көнө буйы урамда киптерергә була. Ваҡ тамырҙарынан, иҫке бүлбеләренән таҙартығыҙ. Бүлбеләрендә таптар булһа, 30 минут алһыу төҫтәге марганцовкалы һыуҙа тотоп алыуығыҙ яҡшы. Инфекция таралмаһын өсөн.

Унан киптерергә ҡуйығыҙ. Ҙур ҡара таптар бар икән, шул тирәһен киҫеп алығыҙ һәм яраһына зеленка һөртөгөҙ. Әпилкәгә, ҡомға күмеп һаҡлаһаң, яҡшы була. Тик һабағын күммәгеҙ. Һаҡлай торған урында 2-6 градус йылы һәм 60-70 % дымлылыҡ булырға тейеш.

Фото: gardening-world.ru

Георгиндарҙы алырға ваҡыт
Георгиндарҙы алырға ваҡыт
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: