Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
25 Сентябрь 2022, 16:30

Үрнәктәр үрнәк күрһәтә!

Ауылдарҙа уңған хужабикәләр ҡош-ҡорттарын таҙалап, туңдырғыстарға тултыра ла башлаған.

Үрнәктәр үрнәк күрһәтә!
Үрнәктәр үрнәк күрһәтә!

Көҙ - муллыҡ айы, ти юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Баҡсаларҙан мул уңыштар йыйып, уларҙы баҙҙарға тултырып та өлгөрмәнек, уңған хужабикәләрҙең йәй буйына тәрбиәләп көткән ҡош-ҡорттары ла өлгөргән. Ошо көндәрҙә Ололар көнөн ҡаршылап, ололарҙы ололап, Хәйбулла районының Үрнәк ауылының уңған ҡатын-ҡыҙҙары ауылдаштары Ҡужина Зәкиә Йосоп ҡыҙына ҡош өмәһенә барып ҡыуандырған. Улар тиҙ арала Зәкиә инәй үҫтергән ҡош-ҡорттарын йолҡоп, таҙалап һәм йыйып биргән.

Көндәр бер аҙ һыуыта төшһә, ауылдарҙы йәмләп муллыҡ һәм байлыҡ өлгөһө булған Ҡаҙ өмәләре башланасаҡ. Ә һеҙ ҡош-ҡорттарығыҙҙы йолҡоп, таҙалай башланығыҙмы әле?

Фото: Хәйбулла районы башҡорттары Ҡоролтайы төркөмөнән.

Үрнәктәр үрнәк күрһәтә!
Үрнәктәр үрнәк күрһәтә!
Үрнәктәр үрнәк күрһәтә!
Үрнәктәр үрнәк күрһәтә!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: