Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
30 Сентябрь 2022, 10:00

Әкиәт өйөндә йәшәйҙәр

Егәрле пенсионерҙарҙың баҡсаһы ла гөл кеүек, тәрбиәле, йәй буйына мул емеш-еләк биреп ҡыуандыра.

Әкиәт өйөндә йәшәйҙәр
Әкиәт өйөндә йәшәйҙәр

“Салауат ерендә” гәзите хәбәрселәре Салауат районының Мәсетле ауылында йәшәгән булдыҡлы пенсионерҙар менән таныштырҙы. 66 йәшлек Ирек Мофазалов һәм 62 йәшлек Лида Фазылова, әйтерһең дә, әкиәт өйөндә йәшәй. Ирек Рәхимйән улы уны оҫта ҡулдары менән биҙәгән, ҡоймаларына тимерҙән матур биҙәктәр эшләп йәмләгән. Ололарҙың йорттары ауылға ҡабатланмаҫ матурлыҡ биреп, иғтибарҙы йәлеп итеп ултыра.

Егәрле пенсионерҙарҙың баҡсаһы ла гөл кеүек, тәрбиәле, йәй буйына мул емеш-еләк биреп ҡыуандыра.  Йорт хужалары картуф, сөгөлдөр, һуған, помидор, борос һәм башҡа йәшелсә үҫтерә. Ҡарағат ҡыуаҡтары ғына алтмыштан ашыу, дүрт сутый ерҙә ҡурай еләге, алмағас, миләш, сейә, балан үҫә.

Улар яҙға етерлек аҙыҡ-түлек әҙерләп тә ҡуйған. Санкциялар тырыштарҙы ҡурҡытмай, һаулыҡ ҡына булһын!

Фото: “Салаут ерендә” гәзите.

Әкиәт өйөндә йәшәйҙәр
Әкиәт өйөндә йәшәйҙәр
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: