Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
30 Сентябрь 2022, 16:28

Төҫһөҙ, еҫһеҙ, әммә хәүефле

pro-dachnikov.com
Фото:pro-dachnikov.com

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ябыҡ ер аҫты биналарына, мөгәрәптәргә төшөп ағыуланғандар, һәләк булғандар осрап тора. Өфө Граждандарҙы яҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре ни өсөн ябыҡ биналарҙың кеше һаулығы өсөн хәүефле булыуы тураһында аңлатма бирҙе.

“Мөгәрәптәрҙең хәүефһеҙ булыуын теләһәгеҙ, уларҙы елләтеү приборҙары менән йыһазландырығыҙ. Был хәүефле газ рәүешендәге матдәләрҙең тупланыуын булдырмаҫ. Тик был ҡағиҙәне бик һирәктәр үтәй”, – ти идаралыҡтың матбуғат секретары Яна Калинина.

 Бәхетһеҙлеккә тарымаҫ өсөн тәүҙә ябыҡ бинаға, мөгәрәпкә төшөр алдынан уны яҡшылап елләтегеҙ, ҡапҡасын асығыҙ, саф һауа инһен өсөн оҙаҡ ваҡытҡа шулай ҡалдырығыҙ. “Хатта оҙаҡ ҡына елләт­кәндән һуң да ағыулы газдарҙың таралмауы ихтимал. Эргәгеҙҙә ярҙам итерлек кеше, билегеҙгә бәйләнгән бау, синтетик трос булырға тейеш. Әгәр мөгәрәптәге кешенең хәле насарлана икән, тын алыу ағзаларын һаҡлау сараларынан тыш унда  төшөргә ярамай. Был маҡсатта битлектәр, респираторҙар, граждан противогаздары ҡулланыу файҙаһыҙ. Үҙегеҙ генә бауға бәйләнгән кешене тартып сығара алмаһағыҙ, шунда уҡ ҡотҡарыу­сыларҙы саҡыртығыҙ”, – ти белгес. 

Елләтелмәгән мөгәрәптәрҙә йыш ҡына кеше өсөн хәүефле төҫһөҙ, еҫһеҙ газ йыйыла. Ул һауанан ауырыраҡ, шуға күрә газ кислородты ҡыуып сығара һәм бөтә урынды биләп ала. Мөгәрәптә һаҡланған йәшелсә һәм аҙыҡтар шулай уҡ углекислоталы газ бүлеп сығара.

- Д. ҒӘБДРӘХИМОВА

 

Читайте нас: