Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
30 Сентябрь 2022, 16:27

Уңыш өсөн көрәш көҙ башлана

Картуфты май ҡуңыҙынан һаҡлау серҙәре.

“Ихаталағы баҡсала картуф ҡаҙылды. Быйыл беҙ уны тәүге тапҡыр сәстек, быға тиклем сиҙәм ер ине. Йәш картуфты май ҡуңыҙы ҡарышлауығы ашай. Һәр бүлбе зыян күргән. Быйылғы уңышты ҡотҡарып булмаҫын аңлайым. Әммә киләһе йылда нимә эшләргә? Бәлки, көҙ көнө үк ниндәйҙер сара күрергә кәрәктер?

 Эльвира СӘЙЕТОВА.

 Краснокама районы”.

 

Рәсәй Ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы белгесе Гөлфиә НУХОВА яуап бирә:

– Июнь айында яуым-төшөм үҫемлектәрҙең әүҙем үҫеү фазаһына һәм картуф бүл­беләре барлыҡҡа килеүенә ыңғай йоғонто яһаны. Әммә май ҡуңыҙҙары уңышҡа ҙур зыян килтерә. Ул 20-30 сантиметр тәрәнлеккә йомортҡа һала. Ай ярымдан ике айға тиклем тағы ла ике-өс тапҡыр йомортҡа һала, һуңынан үлә. Ҡарыш­лауыҡтар 30-40 көндән сыға. Улар һары-аҡ төҫтә, ҡаты асыҡ-көрән башлы була. Аҡрын үҫе­шә: йылы климат шарттарында – өс йыл, ә һалҡыныраҡ урындарҙа – дүрт йыл. Йәйге­һен тамыр ашайҙар, ә ҡышҡа 100-150 сантиметр тәрәнлектә төпләнәләр.

Ҡарышлауыҡ йәшәүенең беренсе миҙгелендә башлыса гумус менән туҡлана, әммә икенсе йылдан башлап ағастарҙың һәм ҡыуаҡлыҡтарҙың тамырҙарын, шулай уҡ баҡса үҫемлектәрен әүҙем ашай. Картуф, сөгөлдөр, кишер, һуған, кукуруз, еләк кеүек культураларҙы ярата.

- Лилиә НУРЕТДИНОВА

Читайте нас: