

Бының өсөн ике ҙур кәбеҫтә, 25-30 болгар боросо, өс-дүрт кишер, ике литр һыу, 200 грамм һеркә, өс аш ҡалағы тоҙ, бер стакан шәкәр, өс лавр япрағы, 10 бөртөк ҡара борос, бер сәй ҡалағы тмин кәрәк.
Кәбеҫтәне нәҙек итеп турайбыҙ, кишерҙе эре ҡырғыс аша үткәрәбеҙ ҙә бер аш ҡалағы тоҙ һалып, һәйбәтләп бутап, ике-өс сәғәт ултыртып торабыҙ. Унан боросто таҙартып эсен алабыҙ ҙа ҡайнап торған һыуға төшөрәбеҙ.
Артабан маринад әҙерләйбеҙ. Ҡайнап торған һыуға тоҙ, һеркә, ҡара бөртөклө борос, шәкәр, лавр япрағы өҫтәп, тағы ла биш минут ҡайнатабыҙ. Кәбеҫтә менән кишерҙе һыуынан һығып алып, болгар боросона тултырабыҙ. Уларҙың өҫтөнә маринад ҡойоп, 7-8 сәғәт ултыртып торабыҙ. Артабан стерилләнгән банкаларға тултырып, өҫтөн ҡаплағансы маринад ҡойоп, ҡапҡас ябабыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: kakprosto.ru