Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
16 Октябрь , 12:00

Кәбеҫтәнән салатты нисек эшләйһегеҙ?

Ябай рецепт тәҡдим итәбеҙ.

Кәбеҫтәнән салатты нисек эшләйһегеҙ?
Кәбеҫтәнән салатты нисек эшләйһегеҙ?

Бер килограмм кәбеҫтә, яртышар кило кишер, болгар боросо, башлы һуған, берәр балғалаҡ тоҙ, шәкәр, 100 грамм туғыҙ процентлы һеркә кәрәк.

Кәбеҫтәне турап, ҡул менән иҙәбеҙ. Кишерҙе эре ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Боросто, һуғанды нәҙек итеп турайбыҙ. Тоҙ, шәкәр ҡушып, һәйбәтләп бутап, бер сәғәт тирәһе ултыртып торабыҙ. Шунан һеркә өҫтәп, талғын ғына утҡа ҡуябыҙ. 15 минут бешергәндән һуң үҫемлек майы өҫтәп, тағы ла 15 минут бешерәбеҙ.

Стерилләнгән банкаларға эҫе көйөнсә тултырабыҙ ҙа йылы әйбергә урайбыҙ. Һыуығас, һалҡын урынға ҡуябыҙ.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: domstrousam.ru

Автор:Рисаля Юмагулова
Читайте нас в