Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
17 Октябрь 2022, 15:00

Көҙ көнө кишер сәсәһегеҙме?

Күптәр көҙ көнө кишерҙе сәсеп ҡалдыра, ә һеҙ?

Көҙ көнө кишер сәсәһегеҙме?
Көҙ көнө кишер сәсәһегеҙме?

Ҡайһы бер баҡсасылар көҙ көнө һарымһаҡ менән бергә кишер ҙә сәсә. Улар әйтеүенсә, көҙ ултыртҡан кишер яҙ көнө яҡшы сыға, сыҙамлы була, тиҙәр. Түбәндә баҡсасылар кәңәшенә күҙ һалайыҡ әле.


Кишер ултыртаһы түтәлде алдан әҙерләп ҡуялар. Йыл һайын урынын алмаштырырға кәрәк. Быйыл ултыртып уңыш алған түтәлгә 3-4 йылдан һуң ғына сәсһәгеҙ яҡшы. Кишерҙе һуған, һарымһаҡ, бәрәңге, помидор, ҡыяр, ҡабаҡ, кабачки, кәбеҫтә үҫкән урынға ултыртһаң, һәйбәт була. Түтәленә серетмә, көл индереп, ҡаҙып әҙерләп ҡуйығыҙ. Сүптәрҙән, тамырҙарҙан таҙартығыҙ. Әҙер түтәлде пленка менән ҡаплағыҙ. Орлоҡ өҫтөнә һибәһе тупраҡты алдан ҡоро ваҡытта алып ҡалығыҙ. Ул йылыла торорға тейеш. Ҡуйы итеп сәсегеҙ. Сөнки нисек сығыуын белеп булмай. Сәскәс орлоҡ өҫтөнә йылыла торған тупрағығыҙҙы һибеп сығығыҙ. Ерен бер аҙ тығыҙлап ҡуйығыҙ һәм өҫтөн шыршы ботаҡтары йәки башҡа үләндәр менән ҡаплағыҙ.

Әйткәндәй, ә һеҙ көҙ көнө кишер сәсеп ҡалдыраһығыҙмы? Сәсһәгеҙ, нисек уларҙы ултыртаһығыҙ? Кәңәштәрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине.

Фото: fertilizerdaily.ru

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: