Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
23 Октябрь , 09:00

Көҙгө һарымһаҡты яҙғыһынан нисек айырырға?

Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге Башҡортостан   филиалының Әлшәй районы бүлеге агрономы Гөлфиә Яхина әйтеүенсә,  уларҙы айырыуы  бик тә анһат

Көҙгө һарымһаҡты яҙғыһынан нисек айырырға?
Көҙгө һарымһаҡты яҙғыһынан нисек айырырға?

Күп хужабикәләр ултыртыу өсөн  һарымһаҡты кеше ҡулынан йәки интернет-магазин аша  һатып ала.  Ҡышҡылыҡҡа сәсеү өсөн көҙгө  һарымһаҡ (ужым һарымһағы)  ҡына бара (яҙғы һарымһаҡты  яҙын ултырталар). Уларҙы нисек айырырға?

 Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге Башҡортостан   филиалының Әлшәй районы бүлеге агрономы Гөлфиә Яхина әйтеүенсә,  уларҙы айырыуы анһат.

Ғәмәлдә күп кенә баҡсасылар көҙгө һарымһаҡты яҙғыһынан айыра алмай, ти ул. Ғәмәлдә еңел генә айырып була: көҙгө һарымһаҡтың тештәре эре,  улар йоп һандарҙан тора –6, 8,10 һәм башҡалар. Һарымһаҡ тештәре  урталағы көпшә тирәләй теҙелгән.  Яҙғы һарымһаҡтың тештәре ваҡ, улар спираль буйынса кәмеү тәртибендә теҙелгән – тыш яғында эрерәктәре, уртаһында вағыраҡтары урынлашҡан.  Яҙғы һарымһаҡтың уртаһында көпшә булмай.  Бары иғтибарлы булырға кәрәк. Кәңәше өсөн агрономға рәхмәт!

Фото: “Әлшәй хәбәрҙәре”.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас в