Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
24 Октябрь , 22:00

Үҫентеләр өсөн ер әҙерләйек

Киләһе йылдың уңышын әле үк хәстәрләй башларға кәрәк. Белгес кәңәшен тәҡдим итәбеҙ.

Үҫентеләр өсөн ер әҙерләйек
Үҫентеләр өсөн ер әҙерләйек

“Быйыл яҙ махсус магазинда үҫентеләр өсөн ер алып отолдом. Тәүҙә тупраҡ себенләне, һуңынан тигеҙ генә булып килеп сыҡҡан үҫентеләрем бер-бер артлы һулый башланы. Орлоҡтоң сифатлыһын, ҡыйбатлыһын ғына алам. Шуға үҫентеләрҙең һәләк булыуы аҡсалата ла юғалтыу булды, көҙгө уңышҡа ла насар йоғонто яһаны. Быйыл яратып үҫтергән помидор-боростар булманы. Барыһын да һатып алырға тура килде. Яңы сәсеү миҙгеленә пландар күп. Тик башҡаса тупраҡ һатып алғым килмәй. Көҙ әҙерләп ҡуйырға кәрәк. Быны нисек эшләргә? Тиреҫ, ҡом, ер ҡатнашмаһын нисек дөрөҫ дәүмәлдә ҡушырға өйрәтһәгеҙ ине?”

Дания Сыңғыҙова, Шишмә районы.

Айһылыу Камалетдинова, Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы агрономы:

- Үҫенте өсөн ер йомшаҡ, ярмалы булырға тейеш. Һыу һәм һауа үтеп, инеше еңел булыуы мөһим. Уның микрофлораһы ла һәйбәт булыуы шарт. Был осраҡта ерҙең өҫтө ҡатмай, төрлө ауырыуҙар барлыҡҡа килмәй. Яҙғыһын ҡулланыу өсөн уны әле үк әҙерләп ҡуйыу дөрөҫ. Бер өлөшө ҡом, өс өлөшө тиреҫ, серетмә, ҡалғаны баҡса ере булырға тейеш. Борос өсөн серетмә күберәк алына, баклажан тиреҫте ярата. Ә бына ҡыяр өсөн серетмә, баҡса тупрағы һәм ағас онтағын бер күләмдә ҡушып ер әҙерләргә кәрәк. Ағас көлө ҡушыу ерҙең әсеһен аласаҡ һәм үҫентеләргә нығыныуға булышлыҡ итәсәк.

Әгәр тупраҡта төрлө микроорганизмдар ҡалған тип хәүефләнһәгеҙ, сәсер алдынан бер-ике көн алда уға эҫе һыу һибегеҙ.

Фото: plodovije.ru

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас в