Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
2 Ноябрь , 10:00

Зөлфирә ике мискә кәбеҫтә тоҙланы

Дуҫтар, үҙегеҙҙең иң уңышлы рецебығыҙ менән бүлешеүегеҙҙе һорайбыҙ.

Зөлфирә ике мискә кәбеҫтә тоҙланы
Зөлфирә ике мискә кәбеҫтә тоҙланы

Йылайыр районының Сәләх ауылында йәшәгән Зөлфирә Таһирова ауылда уҡытыусы булып эшләй. Йәмәғәтселек иһә уны блогер тип белә, уның яҙмалары социаль селтәрҙәрҙә бик популяр.

“Бәйләнештә” социаль селтәрендә ул кәбеҫтә тоҙлау серҙәре менән уртаҡлаша.

“Аллаға шөкөр, быйыл да ауыҙын йырғансы кәбеҫтә тоҙланым. Ризыҡҡа яҙып, именлектә ашарға ғына насип булһын. Йылдағыса күп итеп алдыҡ, әммә ике һауыт ҡына тоҙланым, йыл да өсәү була торғайны. Шул саманы нисек ашап бөтөргә була, тип иҫтәре китә лә ҡуя. Бөтә шул, етмәй ҙә ҡала! Йыл һайын 150 килограммға яҡын кәбеҫтә алабыҙ.

Тоҙло кәбеҫтәнең ашы ни тиклем тәмле була, пирогтар, бәлештәр, һуған турап, көнбағыш майы ҡушып салат эшләп ултыртһаң да "йылп" итеп ҡала. Ҡаҙ һәм йылҡы итенә ҡушып ашаһаң - телде йоторлоҡ. Кәбеҫтә тоҙламаным, тигән кешегә күстәнәс итеп тоттороп сығарһаң да дан була. Кәбеҫтәһе шул тиклем һутлы, тығыҙ, ҙур!” – тип яҙа Зөлфирә.

Ә һеҙ кәбеҫтә тоҙланығыҙмы? Ниндәй рецепт ҡулланаһығыҙ?

Фото һәм видео Зөлфирә Таһированың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһенән алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас в