Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
15 Ноябрь , 19:16

Кәбеҫтәгә ихтыяж ҙур

Эш урындары ла булдырғандар.

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында йәшәгән Зилә Хәитованы күптәр яҡшы белә. Уның иртән яҙҙан өлгөргән ҡыярҙарын һатып алыусылар күп булһа, көҙ иһә кәбеҫтәләренә ихтыяж ҙур.

2010 йылда үҙ эшен асҡан Зилә Һибәт ҡыҙы, фермер (крәҫтиән) хужалығын теркәп, йәшелсәселек йүнәлешен һайлай. Төбәктә бының менән шөғөлләнеүселәр күп түгел, шуға күрә сифатлы, витаминлы аҙыҡ-түлек үтмәй ятмай.

– Үҙ эшемде асырға булғас, ирем Фәрход менән кәңәшләштек тә ҡыяр, помидор һәм кәбеҫтә сәсергә ҡарар иттек. Йорт алдында ҙур теплица эшләнек, Күлтабан ауылы янындағы баҫыуҙан 10 гектар ерҙе ҡуртымға алып, кәбеҫтә ултырттыҡ. Иптәшем ер эшен ярата, ғәмәлдә баҡсасылыҡ менән ул шөғөлләнә. Сибай ҡалаһы мәктәптәре, мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениелары һәм ҡала дауаханаһы менән килешеү төҙөлгән, уларға үҙебеҙ үҫтергән кәбеҫтәне тапшырабыҙ. Тәүге партияны август аҙағында уҡ алдыҡ. Аҙна башында һәр урынға билдәләнгән күләмдә кәбеҫтә оҙатыла. Артҡанын шәмбе көндәрендә үткән Баймаҡ һәм Сибай ҡалаларындағы көҙгө йәрминкәләргә алып сығабыҙ. Үҙең сәскән, сифатлы һәм таҙа йәшелсәгә һәр саҡ һорау ҙур, ултыртып ҡына өлгөр, – ти эшҡыуар.

Башҡа йылдарға ҡарағанда, быйыл уңыш бер аҙ насарыраҡ булған, күбәләктәрҙең ябырылыуы кәбеҫтәгә зыян килтергән. “Ер ҙә, кәбеҫтә лә бер үк химик препараттарға өйрәнеп китте, киләһе йыл ҡоротҡостарға ҡаршы бүтән алымдар менән көрәшергә тура килер инде”, – ти Зилә Хәитова.

Бөгөн ул ике кешене эшле иткән, ҡыҙыу миҙгелдә эшселәр яллана, уларға хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә.

 

Кәримә УСМАНОВА

Баймаҡ районы.

Читайте нас в