Сәғирә Ғәбитова Баймаҡ районы Әбделкәрим ауылында йәшәй. Алты йыл хаҡлы ялда. 1984 йылда ошо ауылға килен булып төшкән. Сәғирә Ғәбитованың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһен гел ҡыҙыҡһынып күҙәтеп барам. Ә бына уңған баҡсасының яңы йылға мандарин емештәрен йыйырға йөрөгәнен уҡып, бәйләнешкә инмәй булдыра алманым.
- Баҡсасылыҡ, һирәк осрай торған үҫемлектәр менән мауығыу күптән килә. Хаҡлы ялға сыҡҡас, был шөғөлөмә ваҡытты күберәк бүла алам. Ил буйынса орлоҡтар алып үҫтерәм, төрлө кешеләр менән бәйләнешкә сығып, орлоҡ алмашам. Бөгөн ананас, маракуя, мурая үҫемлектәрен тәрбиәләп ҡуйҙым. Тупраҡты ашлап, япраҡтарына витаминлы һыу һиптерәм. Үҙемә оҡшаған емеште мотлаҡ сәсеп ҡарайым. Маҡсатым – үҙемдең ҡул көсө менән экзотик үҫемлек үҫтереп, сәскә аттарып, емеш алыу. Лимон, апельсин, кофе, гранат, ике сейә ағасы, мушмулла ағасы, банан үҫә. Бананға төнгөлөккә өҫтәмә яҡтылыҡ ҡуям.
- Сәскә, минең кеүек һирәк осрай торған үҫемлектәр үҫтереүҙең төп сере – уны урынынан күсереп ултыртмау. Миңә ҡалһа, гөлдө урынынан күсерһәң, ул яраҡлаша башлай. Тимәк, уға өҫтәмә көс кәрәк була.
- Экзотик ағастарым яҙын, көн йылынғас, ишек алдына күсә. Экзотик емештәрҙе ашағандан һуң, орлоҡтарын сәсәм, - тип һөйләй Сәғирә апай.
Уңған хужабикәнең гранат ағасына 20 йылдар самаһы. Сәскә ата, емештәрен дә ауыҙ итәләр. Әлеге мәлдә ике төрлө гранат үҫтерә. Улар шау сәскә ата, емештәре тулылана. “Был ағасты яратмаҫка мөмкин түгел. Сәскә атып емештәре бешеп етһендэр өсөн алты ай көтөргә кәрәк. Әле Әсәйҙәр көнөнә апельсин ағасы сәскә атыуын бүләк итеп ҡабул иттем!” - ти әңгәмәсем.
Апельсин ағасына килгәндә, яңы йыл алдынан бешеп сығырға тейешлеһенә биш - алты йыл. Яҡынса бер ағастан 10 килограмм емеш йыйып алалар.
Фотолар Сәғирә Ғабитованың шәхси архивынан алынды.