Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
4 Декабрь 2022, 12:00

Баландың балланған мәле

Аш-һыу оҫтаһы Фәүзиә Насырованың балан бәлеше рецебы тиҙ ҙә, уңайлы ла.

Баландың балланған мәле
Баландың балланған мәле

Бөгөн баҡсаһында балан үҫтермәгәндәр һирәктер. Ҡар яуғас йыйылған баландың тәме лә башҡа. Унан бәлеш әҙерләү өсөн емеште алдан бешереп тороу ҙа кәрәкмәй, ти Ишембай районының Смаҡай ауылынан Фәүзиә апай Насырова. Әйҙәгеҙ, ял көнөндә уның рецебы буйынса балан бәлеше әҙерләп ҡарайыҡ әле.

- Бер бокал (300 грамм тирәһе) йылымыс һыу, 100 грамм көнбағыш майы, 2 аш ҡалағы шәкәр, 1 сәй ҡалағы тоҙ, 1 аш ҡалағы ҡоро әсетке (дрожжи) һалып, он ҡушып йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫабыҙ. Уны бер сәғәткә ҡабартырға ҡуябыҙ. Ҡабарғас, ике өлөшкә бүләбеҙ ҙә таҙартылған, йыуылған баланды йәйелгән ҡамыр өҫтөнә һалып, өҫтөнә шәкәр һибәбеҙ. Һуңынан ҡамыр менән ҡаплап, ситтәрен бөкләйбеҙ. Ҡамыры ныҡ күтәрелмәһен өсөн өҫтөнә шәкәр ҡомо йәки печенье вағы һибергә мөмкин. Август- сентябрь айҙарында йыйылған балан әсерәк була, ғәҙәттә, уны банкаларға тултырып бешереп, аҙаҡ тимер ҡапҡас менән ҡаплап ҡуябыҙ. Әле йыйылған балан балланған, тәмләнгән. Уны бешермәй генә лә бәлешкә һалырға мөмкин, уға шәкәр ҙә аҙ китә, - тине уңған хужабикә.

Әйткәндәй, яңыраҡ Смаҡай ауылында Балан байрамы уҙған. Балаларға балан емешенең файҙаһы, ҡайҙан килеп сығыуы тураһында һөйләгәндәр. Йомаҡтар сискәндәр, мәҡәлдәр әйткәндәр, балан тураһында йырҙар йырлағандар. Байрамға килгән халыҡ балан бәлешенән, ҡайнатмаһынан, ҡаҡтан ауыҙ иткән.

 Фото: Фәүзиә Насырова архивынан. 

Баландың балланған мәле
Баландың балланған мәле
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: