Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
19 Декабрь 2022, 18:00

Теплицаны асырғамы, ябыҡ тоторғамы?

Ҡоротҡостар нисә градус һыуыҡта һәләк була?

Теплицаны асырғамы, ябыҡ тоторғамы?
Теплицаны асырғамы, ябыҡ тоторғамы?

“Быға тиклем теплицам булмағас, был һорау мине ҡыҙыҡһындырмаған икән. Былтыр теплицалы булдым. Быйыл күршеләр үҙҙәренең баҡсалағы теплицаларын бер асып, бер япҡас быны нимәгә эшләүҙәрен һораным. Күрше теплицалағы ауырыуҙарҙы бөтөрөү, ерҙе туңдырыу тураһында һөйләне. Был хаҡта Интернет селтәрендә бик төплө яуап таба алманым. Берәй белгес яуа бирһен ине.”

Зөбәржәт Ғәлиева, Ҡырмыҫҡалы районы.

 

Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Ҡырмыҫҡалы районы буйынса агрономы Айһылыу Камалетдинова яуап бирә.

  • Көҙөн теплицаны һәйбәт итеп йыйыу, эшкәртеү ундағы бөтә зарарлы микроорганизмдар ҙа үлеп бөтә икәнлеген аңлатмай. Шуға һауа торошона, йәйен күренгән бөжәктәрҙең төрөнә ҡарап, теплицаны асыҡ тоторғамы, юҡмы икәнен хәл итәләр. Ҡояшһыҙ көндө теплица менән тыштың араһы 3 – 5 градусҡа ғына айырыла. Тимәк, унда ер барыбер туңасаҡ. Шуға ҡыш әлегеләй булһа, уның ишектәрен асып ябыуҙан әллә ни фәтеүә булмаясаҡ.

Әгәр теплицағыҙ ике ҡат поликорбаноттан эшләнһә, был осраҡта тыш менән айырма 5 – 7 градусҡа етәсәк, ҡояшлы көндәрҙә унан да йылыраҡ буласаҡ. Был осраҡта төнөн һауа температураһы 20 градустан һыуығыраҡ булған хәлдә лә, ер бер нисә сантиметрға ғына туңасаҡ. Температура айырмаһы ырғып торған мәлдә теплицаның стенаһында төрлө бәшмәктәр үрсеп, ҡоротҡостарға ҡышлауға уңалы мөхит барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, аҡ ҡанатлы көйәне бөтөрөү өсөн теплицала 15 градус һыуыҡ, ә ҡыярҙы ҡаҡшатҡан үрмәксен ауы талпанын бөтөрөүгә 30 градустан һыуығыраҡ булырға тейеш. Шуға һыуыҡ көндәрҙә теплица ишектәрен һәм форточкаһын асһағыҙ, һәйбәтерәк булыр.

Теплицаға ҡарҙы иһә яҙға табаныраҡ ташларға кәрәк.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: