Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылында йәшәгән Сәғирә Ғәбитованың өйөндә төрлө-төрлө экзотик ағастар үҫеүе, уларҙың емеш биреүҙәре хаҡында күп тапҡыр яҙғаныбыҙ бар. Был юлы уңған баҡсасы үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә сатлама һыуыҡта Иерусалим сейәһен йыйып алыуы хаҡында яҙған.
"38-40 градусҡа еткән ҡаты һыуыҡтар тора. Мин ныҡ яратып үҫтергән ағастарымдың артыҡ емештәрен йыйып алырға булдым. Был экзотик ағастарҙың исеме күп. Инглиз телле илдәрҙә уны Иерусалим сейәһе, башҡа яҡтарҙа ҡышкы сейә, соланум тип атайҙар. Үҫтереүе бик еңел, күп йыллыҡ, бер ауырлыҡ һалмай. Матурлыҡ өсөн үҫтерәм. Туҡтауһыҙ сәскә ата, емештәре күп була, тик улар ашарға яраҡлы түгел", - тип яҙған уңған баҡсасы.
Ҡышҡы көнгә биҙәк өҫтәп, күңелдәрҙе күтәргән был экзотик ағастар ысынлап һоҡландыра шул! Ҡулығыҙҙан һөйөнөгөҙ!
Фото: Сәғирә Ғәбитованың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.