“Яҙ етеп, үҫенте сәсер мәл етһә, тормош иптәшем менән һүҙгә килешәбеҙ: икебеҙ ҙә баҡса эштәрен яратабыҙ, үҫентеләр ултыртабыҙ. Әммә ул осһоҙ орлоҡтар алырға ярата. Мин иһә матур сағыу һүрәтле, ҡиммәтле, билдәле етештереүселәрҙең орлоғон хуп күрәм. Яҙын кәм тигәндә ике мең һум аҡсамды орлоҡҡа түгәм. Ә тормош иптәшем орлоҡ ҡыйбат була алмай тигән ҡарашта. Белгестәрҙең фекерен ишетеп, алтын урталыҡты табырға ине”, – тип яҙа Яңауылдан Тәслимә Яппарова.
Рәсәй Ауыл хужалығы үҙәгенең Әлшәй районы буйынса әйҙәүсе агрономы Гөлфиә Яхина яуап бирә:
- Тиҙҙән баҡсасылар үҫенте сәсә башлаясаҡ. Сифатлы уңыштың нигеҙе сифатлы орлоҡ икәнен онотмаҫҡа кәрәк. Орлоғона күрә емеше, орлоғона күрә уңышы, яман орлоҡ сәсеп, яҡшы игенгә өмөт итмә, тигән әйтемдәрҙе иҫкә төшөрәйек әле. Орлоҡ алғанда, баҡсасылар, ғәҙәттә, дүрт хата эшләй:
Агроном Гөлфиә Яхина ышаныслы етештереүселәрҙең орлоҡтарына өҫтөнлөк бирергә кәрәк тип кәңәш итә. Ә һеҙ орлоҡ алып өлгөрҙөгөҙмө? Ниндәй етештереүсегә өҫтөнлөк бирәһегеҙ? Ниндәй йәшелсә-емеште яратып үҫтерәһегеҙ?
Фото: profile.ru