Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
17 Февраль 2023, 18:40

Форум көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәрә

Быйыл да дәүләт тарафынан һалынасаҡ сығымдар күпкә арттырылды, ти Гөлнур Ҡолһарина. 

Форум көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәрә
Форум көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәрә

Бөгөн Өфөлә баҡсасыларҙың ҙур форумы үтә. Ошо уңайҙан Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина беҙҙең баҫма менән фекерҙәрен уртаҡлашты.  

– Әлеге ваҡытта республикабыҙҙа баҡсасылар йәмәғәтселеге модернизациялау осорон кисерә һәм бөтә Рәсәй кимәлендә баҡсасылар форумын Өфөлә ойоштороу күпте һөйләй. Шуға күрә бөгөн ошо форумда күтәрелгән күп кенә һорауҙар киләсәктә уларҙың тормошон, хәлен яҡшыртыу өсөн бик кәрәк. Уҙған йылда республика бюджеты тарафынан да тармаҡҡа күп кенә финанс яғынан нығытыуҙар һалынды, был республика Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән эшләнде. Бында юлдарҙы төҙөкләндереү, электр селтәре үткәреү, ҡайһы бер ширҡәтселектә хатта газ үткәреү мәсьәләһен күтәреү, әлбиттә, бик мөһим. Быйыл да дәүләт тарафынан һалынасаҡ сығымдар күпкә арттырылды.

Был йүнәлеш бөгөнгө санкциялар осоронда бигерәк көнүҙәк, республика ҡалаларында баҡсасыларға үҙҙәренең баҡсаларынан ҡалған продукцияны халыҡҡа тәҡдим итеү, пенсионерҙарға һатып килем алыу мөмкинлеге булыуы ҡулайлы. Иң мөһиме, уны һатыу өсөн майҙансыҡтар бушҡа бирелә. Киләсәктә баҡсасылар йәмәғәт хәрәкәте ҙур көс туплап, халыҡ тормошон яҡшыртыуға булышлыҡ итер тип уйлайбыҙ.

Мин модератор булараҡ алып барған секция тармаҡты һанлаштырыуға ҡағылды, был уларҙың тормошон еңеләйтеү өсөн мөһим. Ширҡәт етәкселәренә иғәнәләр күсереү, электр өсөн түләүҙең уңайлы булыуы - көн талабы. Ғөмүмән, “Смарт-садовод” форумы күп кенә көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәреп сыҡты.

Фото: шәхси архивтан. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: