Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
28 Март 2023, 07:40

Апрелдәге баҡса эштәренә әҙер булығыҙ

Ерҙе, ағастарҙы эшкәртеү, баҡсаны ашлау, еләклекте әҙерләү, үрсетмәләр, сәскәләр һ.б. хаҡында - яҙмала.

Апрелдәге баҡса эштәренә әҙер булығыҙ
Апрелдәге баҡса эштәренә әҙер булығыҙ
Апрелдә баҡсала ниндәй эштәр көтә, нисек итеп бер нәмәне лә күҙ уңынан ысҡындырмай, ваҡытында башҡарырға? Ярҙам йөҙөнән ошо айҙағы мөһим эштәр исемлеген тәҡдим итәбеҙ. Һеҙгә һауа торошон алдан күҙаллап, баҡса эшен планлаштырырға ғына ҡала.
 
Тәртипкә килтереүҙән башлағыҙ
 
Баҡсаны былтырҙан ҡал­ған сүп-сарҙан, ҡоро япраҡ­тан, мульча ҡалдыҡтарынан, ғөмү­мән, яңы миҙгелде асырға ҡамасаулаған бөтә нәмәнән таҙартығыҙ. Ышыҡҡа ултыр­тылған үҫентеләрҙең япмаһын асып елләтегеҙ. Яҙғы һауаға улар әкренләп эҙмә-эҙлекле өйрәнергә тейеш. Үҫенте өҫтөн­дәге япманы ер тулыһынса йылынғас ҡына алырға мөмкин.

Ағастарҙы иғтибар менән ҡарап сығығыҙ. Олондары кимереүселәрҙән, тамырҙары яҙғы мул һыуҙан зыян күрмәй­ме? Тәүгеһендә ағастарҙы, айырыуса йәш үҫентеләрҙе, тергеҙеү сараһын күрергә, икенсеһендә һыуҙы ситкә йырып ебәрергә кәрәк.
 
Санитария маҡсатында киҫегеҙ. Урта һыҙатҡа ингән төбәктәрҙә был эште бөрөләр асылғанға тиклем башҡа­ралар. Санитария йәһәтенән эшкәрткәндә, ағастың сирле, кипкән ботаҡтарын, үренде­ләрен, ҡороған ҡабығын, мүкте киҫеп ташлайҙар.
 
“Ҡалҡан” кейҙерегеҙ. Уның кимереүселәр зыян килтергән урындарын бәшмәктәргә ҡар­шы препараттар, шыйыҡ балсыҡ, йүкә ҡайыры ҡайна­тылған һыу йәки бордо шы­йыҡсаһы менән эшкәртергә мөмкин. Шулай уҡ баҡса һыҙлығы (садовый вар) киң ҡулланыла. Ҡоротҡостарҙан һаҡлау өсөн ағас олондарына тоҙаҡ-билбау тағалар.
 
Баҡсаны ашларға онотманығыҙмы?
 
Вегетация осороноң башында үҫентеләр азотҡа мохтаж­лыҡ кисерә. Ул мочевинала, аммиак селитраһында (1 квадрат метрға – 30-50 грамм) йәки ҡош тиҙәгендә (1 квадрат метрға – 150-200 грамм) бар. Ашламаны индергәнгә тиклем үҫентенең төбөн йомшартығыҙ, эш тамамланғас дым оҙағыраҡ һаҡланһын өсөн, торф йәки тиреҫ һалығыҙ.
 
Йәш үҫентеләрҙе ултыр­тырға ваҡыт етте. Тупраҡ йылыныу менән, йәғни апрелдең икенсе яртыһында ағас үҫенте­ләрен ултыртырға мөмкин. Улар өсөн соҡорҙо алдан әҙерләйҙәр, дренаж һалалар, ашлайҙар. Йәш ағасты таяуға нығытып бәйләйҙәр, күп итеп һыу һибәләр.
 
Еләклекте хәстәрләгеҙ
 
Ҡарағат, крыжовник, ҡу­рай еләге кеүек емеш-еләк ҡыуаҡтарын да иғтибарҙан ситтә ҡалдырмағыҙ. Улар ҙа ашлауға, эшкәртеүгә, киҫеүгә мохтаж. Баҡса еләген көн йы­лынғас мульчанан таҙартып, һыуҙа иретелгән нитроаммофоска менән ашлайҙар.
 
Апрелдең икенсе декада­һын­да шулай уҡ виноград ҡы­уаҡ­тарын ышыҡтан сыға­ра­лар, ҡоротҡостарҙан эшкәр­тәләр һәм бөрөләре бүрткәнгә тиклем юғарыға тарттырып бәйләйҙәр.
 
Үрсетмәне ҡайҙа үҫтерергә?
 
Һалҡын көндәр үтеп, тупраҡ йылынып кибеү менән үрсетмә өсөн ерҙе хәстәрләй башларға мөмкин. Тупраҡты ентекле тикшерегеҙ, әселек дәрәжәһен, башҡа үҙенсә­лектәрен иғтибарға алығыҙ. Ашларға онотмағыҙ.
 
Түтәлде дөрөҫ яһағыҙ. Теплицаны яңы урынға күсер­һәгеҙ, түтәлдәрҙе ҡабаттан эшләргә тура килә. Бының өсөн тупраҡтың өҫкө ҡатла­мын алып ташларға һәм ерҙе ҡаҙып, ашлама индерергә, түтәл яһап, өҫтөнә тағы тупраҡ һалырға, һыу һибергә, мульча йәйергә кәрәк.
 
Тупраҡты эшкәртеү мөһим. Үрсетмәне теплицаға сығарыр алдынан тупраҡты ауырыу­ҙарға һәм ҡоротҡостарға ҡар­шы эшкәртегеҙ. Был йәһәттән “Фитоспорин” кеүек препараттар ярҙамға килер. Ҡул аҫтығыҙҙа бындай матдәләр булмаһа, калий перманганаты иретмәһен ҡулланырға мөм­кин.
 
Ниндәй ашлама яҡшы?
 
Йәшелсәне ултыртҡанға тиклем өс-дүрт аҙна алдан ергә (1 квадрат метрға 10 литр иҫәбенән) тиреҫ йәки серетмә, үрсетмәне ултыртҡан мәлдә минераль ашлама һалалар. Минераль ашлама сифатында көлдө (1 квадрат метрға – 1 стакан көл) ҡулланалар. Уны һалыр алдынан тупраҡты ныҡлы йомшартырға кәңәш ителә.
 
Сәсеүҙе дауам итегеҙ
 
Мартта үрсетмәгә сәсергә өлгөрмәгән ҡайһы бер куль­тураларҙы апрелдә лә ултыр­тырға мөмкин. Ундайҙарға ҡыяр, кәбеҫтә, ҡауын, ҡарбуз, ҡабаҡ һәм башҡалар инә. Әйткәндәй, был үҫемлектәрҙең күбеһен асыҡ тупраҡҡа ултыртырға була. Редисты алдан уҡ сәсһәгеҙ, шытымды күҙәтегеҙ, һирәкләтеп сығырға онотмағыҙ.
 
Теплицаны эшкәртеүҙе алдан уҡ башҡарһағыҙ, ҡабатлап эшкәртеүҙең кәрәге юҡ, әлбит­тә. Әгәр онотһағыҙ, әле һуң түгел: тупраҡты ла, ҡоролма­ның эсен дә дезинфекция­лағыҙ. Шулай уҡ теплицаны күҙҙән үткәрегеҙ: төҙәтерлек урындары юҡмы икән?
 
Картуф бүлбеләре яҡшы һаҡланғанмы? Ултыртыу өсөн картуф бүлбеләренең иң яҡшыларын һайлап алып, яҡты йылы бүлмәгә күсерәләр. Орлоҡ картуфы өсөн көндөҙ 12-15, төндә 7-8 градус йылы­лыҡ – иң ҡулай температура.
 
Һуған орлоғон ултыртыуға әҙерләгеҙ. Бер ай алдан һуған орлоғон йылы урынға ҡуйып торорға кәңәш ителә. Бер аҙ быуланғас, ике-өс көнгә ҡояш­ҡа һалып торорға йәки 30 градус температуралы бүлмәгә күсерәләр.
 
Артабан киптерелгән орлоҡ­то ултыртҡанға тиклем плюс 18-20 градус температурала һаҡлайҙар.
 
Баҡсам сәскәгә күмелһен тиһәң...
 
Ерҙе иң элек сүп-сарҙан та­ҙартып, йомшартып сыға­лар. Ҡайһы бер сәскәләрҙе өйҙә, шулай уҡ теплицала үрсенте итеп алдан ултырталар. Гладиолус, ләлә кеүек һу­ған­башлыларҙы ер йы­лынһа, апрель аҙағында уҡ асыҡ тупраҡҡа ултырталар. Бындай үҫемлектәрҙе иң элек “Фитоспорин” кеүек препараттар ярҙамында зарарһыҙ­ланды­рырға кәрәк.
 
Ҡышлаған әҙрәс гөлдө (бегонияны) башта ҡороған тамырҙарынан таҙартып, ярты сәғәткә марганцовка иретмә­һенә һалып торорға. Бүлбенең серек ерҙәрен үткер бысаҡ менән киҫеп ташлағыҙ, бер аҙ киптергәс, күмер онтағы һи­бегеҙ.
 
Күп йыллыҡ сәскәләр хәс­тәрлеккә мохтаж. Тупраҡты йомшартып сығығыҙ, әкрен­ләп сәскәләрҙең өҫтөндәге япманы асығыҙ. Иртә сәскә атҡан күп йыллыҡ гөлдәрҙе (тюльпан, нәркәс) аммиак селит­раһы (1 квадрат метрға – 20 грамм) менән ашлағыҙ һәм биопрепараттар менән эшкәртегеҙ. Болотло һалҡынса көндә астильба, дельфиниум, флокс, хоста кеүек күп йыллыҡ сәскәләрҙе ҡаҙып алығыҙ. Тамырҙарын бер аҙ киптергәс, үҫентеләрҙе бүлергә мөмкин.
 
Ҡайындарҙа алҡалар күре­неү менән рауза гөлдәренең япмаһын асырға ваҡыт, ти тәжрибәле баҡсасылар. Тик быны кинәт эшләргә ярамай, сөнки сәскәләр яҙғы һалҡынса һауаға әкренләп күнегергә тейеш. Ышыҡтан сыҡҡан рауза­ларҙың ботаҡтарын киҫергә, төбөн йомшартырға кәрәк. Бөжәктәрҙән һаҡлау өсөн үҫентегә “Медея” препаратын йәки бордо шыйыҡсаһын һиптерегеҙ. Артабан уларға органика йәки минераль ашлама индерегеҙ.
 
Ылыҫлы үҫемлектәрҙе әкрен­ләп ышыҡтан сығара башлағыҙ. Был эште болотло көндә йәки кис башҡарырға кәңәш ителә. Япманы бер аҙға асып, үҫемлектәрҙе елләтегеҙ ҙә ҡайтанан ябығыҙ. Ылыҫ­лыларҙы асыҡ һауала тотоу ваҡытын көндән-көн артты­рығыҙ. Ер 15 – 20 сантиметр тәрәнлектә йылынғас ҡына япманы тулыһынса асалар.
 
Баҡсағыҙҙы сәскә менән биҙәү тураһында алдан уйла­ғыҙ. Бер йыллыҡ гөлдәрҙе, күп йыллыҡтарын, шулай уҡ ылыҫлы үҫемлектәрҙе ҡайҙа ултыртырға? Иҫке әйберҙәрҙән биҙәү элементтары, декоратив ҡоролмалар яһарға мөмкин. Рокарийҙар, түмәләстәр өсөн кәрәкле материалдар тупла­ғыҙ. Газондарға иһә бер аҙ ҡом һибергә, киҫергә, комплекслы ашлама индерергә кәрәк.
 
Бүлмә гөлдәрен дә хәстәр­ләргә онотмағыҙ. Миҙгел башында улар ҙа иғтибарға мохтаж: күсереп ултыртырға, тупрағын алмаштырырға кә­рәк. Ҡайһы бер гөлдәр иртә сәскә ата, уларҙы ҙурыраҡ көр­шәккә тамырына зыян кил­термәйенсә, тупрағын тулы­һын­са алып бөтөр­мәйенсә күсерәләр. Яҙ бындай үҫем­лектәрҙе махсус шыйыҡ ашламалар менән айына ике тапҡыр ашлайҙар. Һыуҙы ла йышыраҡ һибәләр. Һауа температураһы +10 градустан артһа, фикус кеүектәрҙе балконға сығарырға ла була.
 
Фото: drevstroy.ru
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: