Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
20 Апрель 2023, 08:00

Ҡарағат сейә ҙурлыҡ булһын тиһәң...

Емештең эрелеге ниндәй ашлама индереүгә бәйле.

Ҡарағат сейә ҙурлыҡ булһын тиһәң...
Ҡарағат сейә ҙурлыҡ булһын тиһәң...

Ҡарағаттың емештәре тәмле һәм эре булһын өсөн ҡыуаҡтарҙы әле ашларға кәрәк. Был хаҡта Рәсәй Ауыл хужалығы үҙәгенең Ҡырмыҫҡалы районы буйынса аграномы Айһылыу Камалетдинова иҫкәртә.

- Ашламаны апрель аҙағы – май башында ҡыуаҡҡа һибергә кәрәк. 10 литр һыуға ике аш ҡалағы калий монофосфаты һалып, яҡшы итеп болғатырға. Ашлама һыуҙа ирегәс, һәр ҡыуаҡҡа ике литр самаһы ошо шыйыҡсаны ҡойорға кәрәк. Был ысул ҡарағатты күп кенә ауырыуҙарҙан да һаҡлап ҡаласаҡ, емештәре лә эре булыр. Ҡара, ҡыҙыл, аҡ ҡарағатҡа ла был ашлама бик килешер.

Ҡарағат сейә ҙурлыҡ булһын тиһәң...
Ҡарағат сейә ҙурлыҡ булһын тиһәң...
Автор: Лилия Нуретдинова
Читайте нас