Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
20 Апрель 2023, 17:00

Ҡарбуз, ҡауын, ҡабаҡ, ҡыяр ултыртырға ваҡыт етте

Баҡсасыларға даими рәүештә кәңәштәрен биргән Тәнзилә Ғарипова орлоҡтарҙы нисек сәскәнен өйрәтә.

Ҡарбуз, ҡауын, ҡабаҡ, ҡыяр ултыртырға ваҡыт етте
Ҡарбуз, ҡауын, ҡабаҡ, ҡыяр ултыртырға ваҡыт етте

Тәнзилә Ғарипова - Октябрьский ҡалаһында йәшәгән уңған баҡсасы. “Башҡортостан” гәзите биттәре аша ла, үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә лә баҡсасыларға кәңәштәрен йәлләмәй, белгәне менән уртаҡлашып тора.

- Оҙаҡ йылдар дауамында орлоҡтарҙы ағас онтағына ултыртам. Был алым бик уңайлы. Улар тиҙ сыға, көслө була һәм күсереп ултыртыуға уңайлы. Араларында сибектәре булһа, алып ташлауы ла йәл түгел. Бөгөндән алып ҡабаҡ, ҡауын, ҡарбуз, ҡыяр ултыртырға иң ҡулай мәл, - ти Тәнзилә апай.

Фотолар Тәнзилә Ғарипованың социаль селтәрҙәрҙәге шәхси сәхифәһенән алынды.

Ҡарбуз, ҡауын, ҡабаҡ, ҡыяр ултыртырға ваҡыт етте
Ҡарбуз, ҡауын, ҡабаҡ, ҡыяр ултыртырға ваҡыт етте
Ҡарбуз, ҡауын, ҡабаҡ, ҡыяр ултыртырға ваҡыт етте
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: